

Халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе һөнәрселәрҙең береһе, ауылыбыҙҙың ғорурлығы ҡумыҙ эшләү оҫтаһы ул - Фуат Ҡужахмәтов.
Яңыбай ауылында йәшәүсе Фуат Ҡужахмәтовтың даны Башҡортостан, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә таралған. Халыҡ-ара варгансылар ойошмаһы ағзаһы Лео Тадагава ла Башҡортостан ерендә булып, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы менән яҡындан танышып ҡайта. Фуат Ҡужахмәтовтың ҡумыҙҙары менән билдәле артистар ҙа уйнай. Ҡумыҙ эшләү өсөн 150 һәм 200 ҡаҙауҙарҙы бушҡа һайламайҙар. Улар сифатлы ҡоростан ҡойола, тей оҫта. Шулай уҡ, ҡумыҙҙы еҙҙән, көмөштән йә тутыҡмай торған тимерҙән дә эшләйҙәр. Ә телен бысҡы йә салғынан ҡырҡып яһайҙар. Иң моңлоһо патифон деталенән эшләнгәне, ти Фуат Ҡужахмәтов. Заманында Фуат Ҡужахмәтовтың әсәһе һәм ҡартәсәһе ҡумыҙҙа уйнаған. Йәғни, ғаиләһендә үк был музыка ҡоралына һөйөү сатҡылары һалына. Ауылға йыш йөрөгән артистар ҙа ҡумыҙсының был шөғөлөнә тәъҫир итмәй ҡалмай.
Ҡумыҙ – башҡорттарҙың боронғо уйын ҡоралы, ул башҡа халыҡтарҙа ла осрай. Ҡумыҙ уйнаған кешенең көсө арта, аңы таҙара, тәндәге көсөргәнешлекте кәметә, үпкә һәм тын юлдары ауырыуҙарын дауалай, тешкә файҙалы. Ҡанда тимер етешмәгәндә лә ҡумыҙ уйнарға кәңәш ителә. Шуға күрә, ата-бабаларыбыҙ бәләкәй саҡтарынан уҡ балаларҙы ҡумыҙ серҙәренә өйрәткән. Ҡумыҙ оҫтаһының эштәрен райондан ғына түгел, Өфөнән һәм башҡа ҡалаларҙан килеп алалар. Улар араһында билдәле ҡумыҙсылар ҙа бар. Фуат Ҡужахмәтовтың ҡумыҙҙарын конкурстарҙа еңеү яулаған балаларға ла бүләк итәләр. Баштараҡ оҫта ауыл хужалығында эшләй, ҡортсолоҡ менән булыша. Һуңынан оҙаҡ йылдар ауылда мәҙәнит йорто мөдире була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул мәҙәниәткә һәм сәнғәткә тоғро ҡала. Республикала ҡумыҙ сәңғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Фуат Ҡужахмәтов та Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә ойошторолған бөтә сараларҙа ҡатнашып тора. Ҡумыҙ эшләү йән тыныслығы бирә тей, оҫта. Фуат ағай мандолинала, гармунда ла уйнай һәм халыҡты йыр-моңға ғашиҡ итә. Бөгөнгө көндә, ауылыбыҙҙың ғорурланырлыҡ шәхесе булып тора. Уның эштәре, еңеүҙәре диплом, грамоталар менән һанап бөткөһөҙ билдәләнеп тора.
Ғинуар айында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә, алыҫ араларҙы яҡынайтып Мәсетле районынан Фуат Ильмир улына ҡумыҙ эшләү буйынса өйрәнеүгә делегация килә. Маҡсаттары Мәсетле район мәҙәниәт йортонда Фуат Ҡужәхмәтов етәкселегендә һаулыҡтары сикләнгән кешеләргә ҡумыҙ эшләү серҙәрен өйрәтеүгә мастерской асыу. Был осрашыу ауыл өсөн бик мәртәбәле булды.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-197712698_4111