

Ай ҡыҙының эштәре
Ҡорама – башҡорт халҡында борондан көнкүрештә киң таралған түшәк-яҫтыҡ ҡаралтыларының береһе. Төрлө тауар киҫәктәренән йыйылып тегелә һәм элек уны юрған булараҡ тотонғандар. Бөгөн диван, ултырғыс япмалары итеп тә ҡулланалар. Замана оҫталары ҡулдары теккән ҡорамаларға әлеге ваҡытта һорау ҙур.
Шундай маһирҙарҙың береһе Зөһрә СОЛТАНҒОЛОВАның исеме күптәргә таныш.
Аҙашына оҡшаған
Башҡорт халыҡ ижадында айҙа көйәнтә менән торған Зөһрә ҡыҙ тураһында легенда бар. Төпһөҙ сапсаҡҡа йыраҡтағы шишмәнән көнө буйы һыу ташытҡан үгәй әсәһенең йәберләүҙәренән, кәмһетеүҙәренән арындырыр өсөн, уңған ҡыҙҙы йәлләп, ерҙең тоғро юлдашы уны үҙенә алған, тиелә. Шунан бирле етем ҡыҙ Зөһрә беҙҙе күктән генә күҙәтә. Ай ныҡ тулған мәлдә уның һынын беҙ ҙә шәйләп ҡалабыҙ.
Баймаҡ районы Ҡыуат ауылында донъяға килгән Зөһрәнең, Рәзилә һәм Абрик Солтанғоловтар ғаиләһендә ата-әсәһенең наҙына ҡойоноп буй еткерһә лә, айҙағы аҙашы менән уртаҡ яҡтары күп. Һөйкөмлөлөгө менән үҙен белгәндәрҙе һоҡландырып, уңғанлығы, тырышлығы менән яҡындарын ҡыуандырып, ҡустыһы Алмазға өлгөлө апай, терәк булып үҫә ул.
9-сы класҡа тиклем күрше ауылда урынлашҡан Әбделкәрим мәктәбендә уҡый. Юғары кластарҙа Баймаҡ лицей интернатында белем ала. Ошонда үҙ эшен яратып башҡарған мөғәллимдәре ярҙамында буласаҡ һөнәренә ҡыҙыҡһыныу ҙа барлыҡҡа килә. Мәүлиҙә Имам ҡыҙы Зөһрәлә химия фәненә ҡарата һөйөү уята.
Сирҙе туҡтатып буламы?
Химия – ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс фән. Ҡул аҫтындағы аш һеркәһе менән соданың ҡушылмаһы ҡамыр аштарының уңып бешеүенә лә, йыуыу-таҙартыу эштәрендә лә ярҙам иткәнлеген хужабикәләр белә. Медицинала иһә бик күп төрлө химик матдәләрҙең берләшмәһе мөғжизә тыуҙырырға, әҙәм балаларының ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Зөһрә уҡыған БДУ-ның инженерлыҡ факультетында ла буласаҡ белгестәрҙе төрлө сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләргә өйрәтәләр.
Зөһрә бакалавриат белемен алғанда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының Түбән молекуляр биокөйләүселәр лабораторияһында практика үтә һәм һөнәре итеп ошо йүнәлеште дөрөҫ һайлауына тағы ла нығыраҡ инана. Сөнки ярҙамсыл, туҡтауһыҙ эҙләнгән ҡыҙ практика ваҡытында туберкулез, яман шеш кеүек ауырыуҙарҙы төбө-тамыры менән бөтөрөп булмаһа ла, бындай сирҙәр менән ыҙа сигеүселәрҙең хәлен еңелләштереп, ғүмерҙәрен оҙайтырға мөмкин икәнлеген аңлай. Шуға ла был өлкәлә эшләүен дауам итеү маҡсатында магистратураға инә. Быйыл икенсе курста уҡый.
– Әлеге ваҡытта яман шештең организмда артабан да үҫеүен туҡтатыуға булышлыҡ иткән дарыуҙар эшләү буйынса төрлө тәжрибәләр үткәреп ҡарайбыҙ. Әлбиттә, был өлкәлә ғалимдар тарафынан ярайһы уҡ ҙур ғына асыштар эшләнгән. Фармацевтика ла бер урында торорға тейеш түгел. Ҡайһы бер дарыуҙар бер сирҙе бөтөрөргә, йә ваҡытлыса ғына ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә. Әммә күп осраҡта икенсе ағзаға зарар килтерә. Мәҫәлән, һыҙланыуҙан ҡулланғандары күп осраҡта ашҡаҙанды ауырттыра. Организмда фильтр ролен үтәүсе бауыр ҙа дарыу, уколдарҙан ыҙа сигә. Тотош ер шарын хәүефкә һалған, йылына йөҙәр меңләгән кешенең ғүмерен ҡыйған, һуңғы ваҡытта бәләкәй балаларҙы аяп тормаған мәкерле сир менән көрәшкән ваҡытта организм үтә ныҡ хәлһеҙләнә. Бигерәк тә нур терапияһы алғандан һуң, ныҡ ауырға тура килә һәм теге йәки был дарыу икенсе урынға кире эҙемтәләргә килтерә, башҡа ауырыуҙарҙы барлыҡҡа килтерә. Ошондай осраҡтар булмаһын өсөн медицинала ҡулланылған препараттарҙың берләшмәләрен тикшереү – беҙҙең төп бурыс, – ти Зөһрә, буласаҡ һөнәренең нескәлектәре менән таныштырып.
Ғәҙәттә, теүәл фәндәр менән мауығыусылар гуманитарий менән артыҡ ҡыҙыҡһынып бармай. Хәйер, гаджеттар ҡолона әүерелгән йәш быуындың китап менән араһы былай ҙа һыуынған тиерлек. Зөһрәнең яратҡан шөғөлдәренең береһе иһә – башҡорт әҙәбиәтенең үлемһеҙ классик әҫәрҙәре менән даими танышып барыу. Ноғман Мусин, Таңсулпан Ғарипова кеүек халыҡ яҙыусыларының ижадында һәр осор өсөн көнүҙәк проблемалар күтәрелеүе, әхлаҡи ҡиммәттәр хаҡында уҡыусыһын уйланырға саҡырыуҙары менән күңеленә яҡын икән. Әлегеләй ығы-зығылы осорҙа үҙеңә кәрәкле йүнәлеште һайларға, юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итеүен дә аңлаған. Ҡайһы бер ваҡытта әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар ҡойононда йәшәп, эстән генә геройҙары менән йә серләшеп, йә бәхәсләшеп алыу донъяуи ваҡ-төйәктәрҙән арынырға булышлыҡ итеүен дә белә. Шулай уҡ әҙәби китаптың кешене ирекле фекерләргә өйрәтеүенә лә төшөнгән. Буласаҡ һөнәре буйынса фәнни мәҡәләләр яҙғанда әйтергә теләгәнен, фән өлкәһендәге яңылыҡтарын аныҡ һәм дөрөҫ итеп еткерергә лә тел байлығының файҙаһы ҙур икәнен үҙ тәжрибәһе аша күп тапҡырҙар һынап ҡараған. Көнөнә кәмендә өс-дүрт тиҫтә бит уҡыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ваҡыты булғанда, сәғәттәр дауамында сәсмә әҫәр тип аталған ҡыҙыҡлы, серле донъяға баш көллө сумырға ла әҙер. Тыуған йортонда үҙенең бәләкәс кенә шәхси китапханаһын да булдырған. Зөһрәнең ҡыҙыҡһыныуын хуплап, яҡындары ла уны тулыландырыуға булышлыҡ итәләр. Уға күп осраҡта китап бүләк итергә ғәҙәтләнгәндәр.
Тышты тәҙрәнән күҙәткәндә...
Илдә барған туҡтауһыҙ үҙгәрештәр беҙҙең алдыбыҙға ҙур һынауҙар ҡуя. Кемдер был яңылыҡ алдында юғалып ҡала, кемдер, киреһенсә, үҙен икенсе яҡтан аса. Бынан ике йыл элек тышты тәҙрәнән генә күҙәтеп ултырырға мәжбүр булғанда Зөһрә лә башта үҙенә урын таба алмай аҙаплана. Шунда күптән бер мөйөштә етемһерәп ултырған өләсәһенең теген машинаһы күҙенә салына. Ғәйшә Саубан ҡыҙын йәш сағынан тегенеү менән мауыҡҡан, юҡлыҡ заманында балаларын да, ауылдаштарын да матур кейемдәр менән һөйөндөргән кеше итеп белә һәм хөрмәт итә ул йәшәгән Әбделкәрим халҡы.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит. Дистанцион уҡыуға күскән ҡыҙҙа шул саҡта ҡорама әйберҙәр тегеп ҡарау хыялы барлыҡҡа килә. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, Зөһрәнең беренсе ҡул эштәре үк был эш менән оҙаҡ йылдар даими шөғөлләнеүсе оҫталарҙыҡынан бер ере менән дә айырылмай. Элекке теген машинаһы менән әллә ни ыратып булмаҫын аңлағас, яңыһы тураһында хыяллана башлай.
Был осраҡта ла юғалып ҡалмай бөтмөр ҡыҙ. Заказға ҡамыр аштары бешереп һата башлай. Төрлө байрамдарға ул әҙерләгән пирог, бәлештәрҙе күрше ауылдарҙан да килеп алалар. Ҡыҙына технология предметынан уҡыусыларға уңған хужабикә булырға өйрәткән әсәһе Рәзилә Далха ҡыҙы ла аш-һыу серҙәре менән теләп бүлешә, уның был башланғысын хуплап, ярҙам итә. Ниәт иткән – моратына еткән, тиҙәр бит. Оҙаҡламай заманса теген машинаһына эйә була һәм ҡорама тегеү эше, майланған арба тәгәрмәселәй, шыма ғына бара башлай. Теккән түшәктәре, япмалары матур булһын, иң мөһиме, хужаларына оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн, мебель теккән туҡымаларҙы ғына ҡуллана. Уларҙың сифаты яҡшы, тиҙ туҙып, йыртылып бармай.
Һатып алыусылары араһында бирнәлек әҙерләүсе ҡыҙҙарҙың булыуы ла – һөйөнөслө күренеш. Тимәк, боронғо үткәнебеҙ, тарихыбыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреше менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны һаҡлап, артабан да үҫтерергә теләүселәр бар. Был үҙ сиратында милли асылыбыҙҙың киләсәктә лә оҙон ғүмерле булыуына ишара. Йәрәшелгән ҡыҙҙарҙың һандыҡтарында оҫта ҡыҙҙың күҙ нурҙары, күңел йылыһы һалынып тегелгән янсыҡтар ҙа урын ала башлаған. Үҙе лә парлы дуҫтарының ғаилә байрамдарына ҡул эштәрен бүләк итә. Интернет селтәрендә Зөһрә Солтанғолова теккән ҡорамалар менән “Ай ҡыҙының эштәре” төркөмөндә танышырға мөмкин.
“Ай ҡыҙы” тип аталған кино күрһәтелә башлағас, бәләкәс Зөһрә төп герой Айһылыу образына ғашиҡ була һәм яҡындарына үҙен Ай ҡыҙы тип атауҙарын һорай. Был героиня кеүек үҙенең барлығы менән тирә-яҡҡа күңел йылыһын өләшкән баланың теләгенә, әлбиттә, ҡаршы килмәйҙәр. Кемгә оҡшарға теләйһең, нимә тураһында уйлап хыялланаһың, үҙ ваҡыты еткәс, барыһы ла тормошҡа ашыусан. Бөгөнгө көндә ай нурының тылсымы ҡулдарының етеҙлегенә күсеп, матур-матур ҡорамалар теккән оҫта ҡуллы, белемле, алсаҡлығы менән үҙенә тартып торған Зөһрәнән үрнәк алыусылар ҙа, балаларын уға оҡшатып тәрбиәләргә тырышыусылар ҙа, өлгө итеп ҡуйыусылар ҙа күп.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.