Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
2 Март 2023, 08:10

БДУ -ла "ҠарАҡ"тар барлыҡҡа килгән!

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина быға үҙе лә аптырай.  

БДУ -ла "ҠарАҡ"тар  барлыҡҡа килгән!БДУ -ла "ҠарАҡ"тар  барлыҡҡа килгән!
БДУ -ла "ҠарАҡ"тар барлыҡҡа килгән!

Был хаҡта Гөлфирә Риф ҡыҙы үҙенең сәхифәһендә бына нимә тип яҙа: "Ышанаһығыҙмы-юҡмы... Университет тарихында беренсе тапҡыр бер нисә ай элек кенә башҡорт КВН командаһы төҙөгәйнек бит, хәтерегеҙҙәме?! Бөгөн Конгресс-холда үткән Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ярыштарында факультеттың "ҠарАҡ" командаһы тәүге тапҡыр сығыш яһаны һәм... беренсе урынға лайыҡ булды!!!!!!!! Беҙ булдырабыҙ ул... Юлдаш, Ғайсар һәм уларҙың командаһы, афариииииин!".

Йәштәрҙе беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас