Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Март 2023, 10:18

Милли китапханаға ҙур рәхмәт!

3 март Милли китапханала "Әҙәби сәғәт" үтте. Сара Бөтә донъя яҙыусылар көнөнә арналды

Милли китапханаға ҙур рәхмәт!Милли китапханаға ҙур рәхмәт!
Милли китапханаға ҙур рәхмәт!

3 март Милли китапханала "Әҙәби сәғәт" үтте. Сара Бөтә донъя яҙыусылар көнөнә арналды. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары менән осрашыуға "Шоңҡар"журналының бүлек мөхәррире Заһиҙә Мусина саҡырылды. Ул үҙе яҙған әҫәрҙәре тураһында һөйләне , журналист һөнәре менән таныштырҙы. 

 

Студенттар ҙа, үҙ сиратында, ижадтары менән бүлеште. Мәҫәлән, Айгөл Солтанова, Айгүзәл Яубаҫарова, Диана Хилаева, сараны ойоштороусы Гүзәл Сәлихова шиғырҙарын уҡыны. Был студенттар БДУ-ның "Тулҡын" тигән әҙәби түңәрәгендә (етәксеһе Г. Ш Дәүләтҡолова) шөғөлләнә икән. Уларҙан киләсәктә бынамы тигән шағирәләр сығыр! 

 

- Минең кеүек йәш ижадсылар өсөн ундай иғтибар бик мөһим һәм кәрәк. Осрашыуҙар, һине күреүҙәре, әҫәрҙәрең менән ҡыҙыҡһыныуҙары ҡанатландыра, илһамландыра! - тине Заһиҙә Мусина. 

Бындай осрашыу ойошторған Милли китапханаға, Гүзәл Сәлиховаға ҙур рәхмәт! 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас