

Йылайыр районы Юлдыбай ауылында Яҙыусылар көнөнә арналған шәп кисә үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Байрамда тамашасылар Харис Шәриповтың йырҙарын яратып тыңлаған. Йырсы үҙенең битләүенә яҙмаһын да ҡуйған. Ғәйнур Рәхмәтуллина исемле ханым: "Ошо Харистың сығышын күргән, йырын тыңлаған һайын асыуым ҡабара "өҫтәгеләрҙең" һаңғыраулығына,Хоҙай биргән имен-һау күҙҙәре менән ҡарап та
күреү һәләттәре булмағанлығына...Харис һаулыҡ теләйем!" - тип фекерен белдергән. Ә икенсе ханым:"Харис Шәрипов
ысын халыҡ йырсыһы, беҙҙең ғорурлыҡ.Мәғәнәле, моңло йырҙары менән һәр кемдең күңелендә билдәле бер урын ала...
Афарин,Харис, уңыштар, һеҙгә", - тип теләген белдергән. Күрәһең, йырсының әле һаман бер исеме булмауына тамашасылар ҙа борсола. Бер ҡараһаң, эш рәсми бирелгән исемдә лә түгел. Әллә ниндәй наградалар алып та халыҡ күңеленә үтеп инмәгәндәр бар. Ә Харис Шәрипов үҙ өҫтөндә даими эшләй, йырҙар яҙҙыра, иң мөһиме, уның сығышын бөтә ерҙә алҡышлап оҙаталар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: Бәйләнештә.