Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Март 2023, 16:00

«Йөрәктәге эҙҙәр» - Юлдыбайҙа

Байрам халыҡ күңеленә хуш килде. Ә һеҙҙең яҡҡа яҙыусылар килгәне бармы?  

«Йөрәктәге эҙҙәр» - Юлдыбайҙа«Йөрәктәге эҙҙәр» - Юлдыбайҙа
«Йөрәктәге эҙҙәр» - Юлдыбайҙа

 3 март, Бөтә донъя яҙыусылар көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы "Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт" социаль - мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса коммерцияға нигеҙләнмәгән автономиялы ойошма менән берлектә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында «Йөрәктәге эҙҙәр» исемле әҙәби осрашыу үткәрҙе. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Сарала Сибай яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, яҙыусы-прозаик Хәйҙәр Тапаҡов, БР халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов, БР мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина,. БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ҡатнашты. Байрамды БР Журналистар Союзы ағзаһы, билдәле йырсы Харис Шарипов, БР атҡаҙанған артисы Венера Юлгильдина матур йырҙары менән биҙәнеләр, ә БР атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева Йылайыр районынан сыҡҡан яҙыусылар тураһында һөйләп кисәне тулыландырҙы. Байрамда уҡыусы балалар әүҙем ҡатнашып, викторина һорауҙарына яуап биреп бөгөнгө әҙәбиәт тураһында мәғлүмәттәр алды. Әҙәби байлығыбыҙ рухи сығанағыбыҙ булып ҡалһын, әҙиптәребеҙгә ижади ҡомар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас