Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
7 Март 2023, 14:36

Килен ҡәйнә тупрағынан ярала

Килен ҡәйнә тупрағынан яралаКилен ҡәйнә тупрағынан ярала
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала

 

Йәш ағасты күсереп ултыртҡан кеүек, йәш килен нығынып, ят мөхиткә өйрәнеп китһен өсөн ҡәйнәнең уға терәк булыуы, ярҙамы бик кәрәк. Киленгә инде ҡәйнәнең һүҙен тотоу мөһим. Шулай булғанда һәр нәмәлә эштәре уң, ғаиләләр үҙҙәре ныҡ буласаҡ. 

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда ҡәйнәләре менән татыу бергә тормош көткән килендәр өсөн матур сара уҙҙы. Саҡырылған ҡәйнәләр үҙҙәре лә 30 йыл ҡәйнәләре менән йәшәгән ауылдың хөрмәтле апайҙары икән. Килендәр ҙә инде 17 - 25 йыл ҡәйнәләре менән йәшәгән, күп тәжрибә туплаған, ҡәйнәләрен хөрмәт иткән ханымдар. Сара матур хәтирәләр, уйындар менән үрелеп барҙы. Ауылдарҙың ҡото булған ошондай күркәм ғаиләләр күберәк булһын ине. 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-207714147_7617

Автор:
Читайте нас