

“Тауыш” тапшырыуының сираттағыһында Өфөнән Гөлнара Байғужина сығыш яһаны. Сәхнәгә гитара тотоп сыҡҡан 21 йәшлек ҡыҙ йырлай башлағас уҡ Баста боролдо, артабан – Полина Гагарина, һуңғараҡ - Владимир Пресняков һәм Антон Беляев. Тик Полина Гагарина бөгөн Владимир Пресняковты “блокировкаланы”. Сираттағы миҙгелдә тап ошондай шарт индерелгәйне, йәғни “көнәркәшсе”ңде конкурсантты үҙенә һайлау хоҡуғынан “мәхрүм итәһең”.
“Һеҙ хатта күҙ алдына килтерә алмайһығыҙ! Нисә тапҡыр был минең төшөмә инде!” – тине яҡташыбыҙ сығышынан һуң. “Үҙегеҙ уйлап сығарҙығыҙмы? Нисек шулай яңғырай? Матур килеп сыҡты”, - тип үҙ хис-тойғоһо менән бүлеште Антон Беляев. Аҙаҡ Гөлнара тап уның командаһын һайланы һәм быны ул йырсының оранжировкаларының оҡшауы, йырҙар яҙыуының һоҡландырыуы тураһында белдерҙе.
Әйткәндәй, Гөлнара Байғужина “Пицца” төркөмөнөң “Романс” йырын башҡарҙы. Был йыл 2016 йылда төркөмдөң “Zavtra” альбомына индерелгән. Был клипҡа төшөрөлгән видео “Муз-ТВ” каналының “Йылдың иң яҡшы ир-егеттәр видеоһы” премияһына номинацияланғайны.
Фото: 1tv.ru