Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
11 Март 2023, 09:00

Хәниә Фәрхиҙең инәһенә 93 йәш тулған

Әҙәби телдә "әсәй" тип ҡабул ителһә лә, күп кенә райондарҙа "инәй" тип йөрөтәләр. "Әней" тигәндәр ҙә бихисап. Һеҙҙә кем тип әйтәләр? 

Хәниә Фәрхиҙең инәһенә  93 йәш тулғанХәниә Фәрхиҙең инәһенә  93 йәш тулған
Хәниә Фәрхиҙең инәһенә 93 йәш тулған

Был хаҡта Фәниә апайҙың ҡыҙы Фирүзә Ибәтуллина үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.

«Тормошобыҙҙы, күгебеҙҙе, йортобыҙҙы яҡтылыҡҡа, нурға, иман нурына күмгән ҡәҙерле инәйебеҙҙе  93 йыл тулыу уңайынан ҡайнар тәбрикләйбеҙ. Алты балаға ғүмер биргән һөйөклө Инәй  исеменә һин меңдәрсә лайыҡ. Ҡәҙерле атайыбыҙ Фәрхислам менән беҙҙе ел-ямғырҙар тейҙермәйсә, ниндәй ауыр замандарҙа ла ярлы итмәйсә, наҙлап, һөйөп, кешеләргә яғымлы, киң күңелле, кешелекле, изге ғәмәлдәр ҡылырға, яҡшы күңелле булып йәшәргә тәрбиә бирҙегеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ!" – тип яҙған ҡыҙы Фирүзә. 

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас