

Йома, 10 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһы филармонияһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» республика конкурсының финалы уҙҙы. Гала-концерт һәм конкурс еңеүселәрен иғлан итеү йола буйынса Башҡорт ғаиләһе көнөндә - 1 мартта үтә, әммә быйыл уны һауа шарттарына бәйле 10 мартҡа күсерҙеләр.
Быйыл конкурста 100-ҙән ашыу ғаилә ҡатнашты, улар араһында республика ғаиләләре генә түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә бар.
«Беҙҙең ил ошондай ғаиләләребеҙ менән бай һәм көслө. Балаларҙы туған телгә өйрәткән, һөнәрҙәрҙең серҙәрен өйрәткән, эшкә өйрәткән, иң мөһим ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы еткергән ғаиләләр булғанда, илебеҙҙе бер кем дә һындыра алмаясаҡ. Һеҙ - тыуған илебеҙҙең милли ҡаҙанышы», - тип сәләмләне Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.
Сибай ҡалаһынан Ғәйетбаевтар ғаиләһе - "Һәләтле ғаилә" номинацияһында, Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәевтар ғаиләһе - "Рухлы ғаилә" номинацияһында, Башҡортостан Республикаһының Иглин районынан Нуриевтар ғаиләһе - "Күп балалы ғаилә" номинацияһында, Стәрлетамаҡтан Мансуровтар ғаиләһе "Мираҫлы ғаилә" номинацияһында билдәләнеп, махсус приздар һәм аҡсалата сертификаттар менән наградланған. Мансуровтар ғаиләһе башлығы Рәмил үҙҙәренең сертификатын СВО-ла ҡатнашыусыларға тапшырған.
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" асыҡ конкурсында III урын бер юлы өс ғаиләгә бирелгән: Ғафури районынан Күскилдиндар ғаиләһе - "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында, Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндарҙың ғаиләһе - "Ғаилә кәсебе" номинацияһында, Сибайҙан Байғужиндар ғаиләһе "Ғаилә ижады" номинацияһында еңгән.
II урын да өс ғаиләгә бирелгән: Өфөнән Вәлиевтар ғаиләһе - "Ғаилә ижады" номинацияһында, Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар - "Ғаилә кәсебе" номинацияһында, Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында еңеү яулаған.
Асҡын районынан Ғайсиндарҙың ғаиләһе "Ғаилә кәсебе" номинацияһында, Нефтекаманан Ғимаҙиевтар ғаиләһе "Ғаилә ижады" номинацияһында һәм Ғилемхановтар ғаиләһе "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында беренсе урынды яулаған.
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" асыҡ конкурсының Гран-приһын Стәрлебаш районынан Тайғоновтар ғаиләһенә тапшырғандар.
Бөтә лауреаттар Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ҡиммәтле бүләктәренә, аҡсалата сертификаттарына һәм дипломдарына лайыҡ булған.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-11/v-bashkirii-nazvali-pobediteley-konkursa-obraztsovaya-bashkirskaya-semya-2023-3173361