Шоңҡар
+18 °С
Облачно
Мәҙәниәт
13 Марта 2023, 09:43

Яугирҙарға бер тоннанан ашыу бал оҙатҡан

Һалдаттар Башҡортостан халҡының уларға ярҙам күрһәтеүен тойорға тейеш, тип иҫәпләй умартасылар ғаиләһе башлығы Станислав Осипов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙарға бер тоннанан ашыу бал оҙатҡанЯугирҙарға бер тоннанан ашыу бал оҙатҡан
Яугирҙарға бер тоннанан ашыу бал оҙатҡан

Умартасылар ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бер тоннанан ашыу сәскә балы оҙатҡан. Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итте.

Балды башҡорт яугирҙәренә Чехов исемендәге шифахананан Осиповтар ғаиләһе ебәргән. Һалдаттар Башҡортостан халҡының уларға ярҙам күрһәтеүен тойорға тейеш, тип иҫәпләй ғаилә башлығы Станислав Осипов.

«Станислав Осипов ҙур булмаған умарталыҡ тота. Әйткәндәй, был ғаилә махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә беренсе тапҡыр ғына бал ебәрмәй. Ноябрҙә Станислав хәләл ефете Виолетта, ҡыҙы Русалина һәм улы Давид менән махсус гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенә тоннанан ашыу бал тапшырғайны. Һалдаттарыбыҙ шылтыратып, файҙалы ризыҡ өсөн рәхмәт әйтте», — тип яҙҙы Дамир Мостафин «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас