

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Бәйге» ярыштары үткән. Команда ағзаларының күбеһе гүзәл зат вәкилдәренә булған.
Был хаҡта ауылыдң социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итәләр.
“Күрше Мәскәү, Имай-Утар һәм Кузово ауылдары командалары бәйгелә көс, етеҙлек һәм берҙәмлек буйынса ярышты. Әлеге сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Командалар башҡорт күпбәйгеһенең алты төп ярыштарында көс һынашты: суҡмар ырғытыу, арҡан тартыу, саңғыла шыуыу, тарт-эт, уҡтан атыу таяҡ тартыу. Ярыштарҙы ойоштороусылар башҡорт күпбәйгеһенә хас булмаған "быймала хоккей"ҙы ла өҫтәне.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Имай-Утар ауылы командаһы яуланы. Бөтә командалар ҙа дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән наградланды, бүләктәр һатып алыуҙа бағыусы ярҙамын урындағы эшҡыуар Илфир Ғилметдинов күрһәтте.
Һис шикһеҙ, мәҙәни ял мотлаҡ айыҡ йәшәү рәүеше менән бәйле - быға ауыл халҡы күптән инанған. Урындағы мәҙәниәт йортонда һигеҙ түңәрәк эшләй.
Күптән түгел мәҫәлән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, “Шоңҡар” ауыл үҙешмәкәр театр коллективы актерҙары ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Айгөл Әхмәтғәлиеваның ”Башымды теҙҙәреңә һалам...” пьесаһын тәҡдим итеп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына бүләк эшләне. Лирик трагедия - бер үк ваҡытта ике ауыл ғаиләһенең ҡатмарлы, әммә асыҡ мөнәсәбәттәренең тарихы ла.
- Артистарыбыҙ геройҙарҙың эмоциональ яҡтан ҡатмарлы хәлдәрен ихлас күрһәтте, күҙ йәштәрен дә, ҡайғы уртаҡлашыу тойғоһон да ысын күңелдән уйнаны... Улар ауыл халҡына матур бүләк яһаны”, - тип яҙалар Мәскәү ауылы төркөмөндә.
https://vk.com/kurultaibashkir