

Сорғотта «Шатлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙешмәкәр коллективының "Гәлсәр Ағиҙел буйында" отчет концертында илһөйәрлек һәм Тыуған илгә һөйөү темаһын сағылдырған 19 иң яҡшы номеры күрһәтелде.
"Концертта төрлө йәш төркөмдәре - тәжрибәле бейеүселәр ҙә, кескәйҙәр ҙә ҡатнашты, улар өсөн был концерт дебют, беренсе етди сығыш булды. Был көндө оҙаҡ көттөк. Ысын мәғәнәһендә үҙебеҙҙе ҙур сәхнәләге артист итеп тойҙоҡ", — Ханты-Манси автономиялы округы-Югра башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсирә Әбдрәшитова.
"Залды яҙғы кәйеф биләне. Концерт бер тынала үтте, бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы! Быларҙың барыһы ла коллектив етәксеһе Лилиә Камил ҡыҙы һәм балетмейстер Альбина Фаил ҡыҙы ярҙамында тормошҡа ашты. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, беҙҙең тырыш һәм яратҡан дуҫтарыбыҙ!" - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Сорғоттағы ватандаштарыбыҙ.
https://kurultai.ru/ba/content/3807-sootechestvenniki-surguta-znakomyat-s-bashkirskoj-kulturoj/