Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
24 Марта 2023, 13:34

Өфөлә "Башҡорт йыры"ның яңы миҙгеле башланды

Телевизион конкурста 18 йәштән 40 йәшкәсә профессиональ йырсылар ҡатнаша.

Өфөлә "Башҡорт йыры"ның яңы миҙгеле башландыӨфөлә "Башҡорт йыры"ның яңы миҙгеле башланды
Өфөлә "Башҡорт йыры"ның яңы миҙгеле башланды

Телевизион конкурста 18 йәштән 40 йәшкәсә профессиональ йырсылар ҡатнаша. Быйыл йөҙҙән ашыу кеше ғариза биргән. Уларҙың иң-иңдәрен телевизор ҡараусылар зәңгәр экрандар аша күрә аласаҡ. Еңеүселәр, ғәҙәттәгесә йыл аҙағында гала-концертта сығыш яһай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт йыры» телевизион фестиваль-конкурсы 2010 йылдан алып уҙғарыла. 10 йыл эсендә проектта 5 меңдән ашыу йырсы ҡатнашты, Башҡортостандың алтын фонды өсөн 3000 йыр яҙҙырылды. Төрлө йылдарҙа «Башҡорт йыры» конкурсында бөгөн билдәле башҡарыусылар: Дилара Иҙрисова, Айгиз Ғиззәтуллин, Айгөл Һағынбаева, Иҙел Аралбаев, Марсель Кутуев, Заһир Иҫәнсурин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар еңеүсе булдылар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас