+21 °С
Облачно


"Ауыл мәҙәниәт йортонда "Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән" исемле сара үткәрелде. Ҡоймаҡ күп халыҡтарҙа киң таралған, яратып ашалған ризыҡ. Байрам өҫтәлендә ҡоймаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ ине. Уның әсеһе лә, сөсөһө лә, ҡалын итеп ҡойолғаны ла, йоҡа ғына үтә күренмәлеһе лә, төрөлгәне лә бар ине. Һәр береһе телеңде йоторлоҡ!
Байрам ҡоймаҡлап, тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды. Бөгөнгө сарала ҡатнашыусы һәр кемгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә шулай иҫәнлектә-һаулыҡта осрашып торорға яҙһын. Донъялар имен булһын!"- ти ауыл халҡы.