

Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылында "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсына ярашлы эшмәкәрлекте йомғаҡлау сараһы уҙған. Был хаҡта "Даирә" гәзите төркөмөндә хәбәр ителә.
"Күлләр ауылы халҡы сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалау, бер-береһен спортҡа ылыҡтырыу, ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәни йолаларҙы һаҡлау буйынса ҙур эштәр атҡара. Был йәһәттән Ефремкин ауыл хакимиәте менән берлектә “Сағыу ҡыш-2023” район-ара фестивале, “Ғаилә менән ял итәбеҙ”, “Кәсептәр: быуындан - быуынға” оҫталыҡ дәресе, тауҙан тюбингта шыуыу буйынса район чемпионаты һәм башҡа күп саралар үтте.
Күптән түгел Күлләр ауылында Ефремкин ауыл биләмәһенең матди ярҙамы һәм ауыл халҡының көсө менән алты метр тәрәнлектәге йәмәғәт ҡоҙоғо ҡаҙылды. Ошо уңайҙан уҙған аҙнала уны асыу тантанаһы үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов, республика Спорт министрлығының физкультура, спорт туризмы һәм спорттың адаптив төрҙәрен үҫтереү бүлеге начальнигы Зөлфиә Сәмиғуллина, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов, “Кармет” йәмғиәте директоры Дамир Насиров, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар.
Ауыл халҡы туй йолаһы күренештәрен күрһәтте. Йоланы киленде һыу юлына алып барыуҙан башланылар. Йәш киленгә һыу юлын уның бикәсе башлай. Ә инде һыу буйында ҡунаҡтарҙы күршеләре, ауылдаштары йыр-бейеү, аш-һыу менән ҡаршы алды. Оло инәйҙәр һыу юлы йолаһын үткәреү тураһында бер аҙ һөйләп үткәндән һуң килен ҡәйнәләргә яулыҡ ябындырҙы. Яңы ҡоҙоҡтан алынған һыуҙы бер тамсыһын да түкмәйенсә йортҡа алып ҡайтып, ҡунаҡтарҙы килен сәйе менән һыйланы.
Артабан байрам Ефремкин ауылы мәҙәниәт йортонда Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы уңайынан фестиваль менән дауам итте. Сара сиктәрендә мәҙәниәт йорто фойеһында бай күргәҙмә ойошторолғайны. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Атайсал” проекты тормошҡа ашырыла. Беҙҙең районда ла кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙған шәхестәр бихисап. Әүҙемселәр, районыбыҙҙан сыҡҡан меценаттар һәм иғәнәселәр, йолаларҙы, тарихи хәтерҙе һаҡлауға үҙ өлөштәрен индергән тыуған яҡты өйрәнеүселәр тураһында һөйләп үттеләр.
Донъяла изгелек эшләргә ынтылғандарҙың күплеге һоҡландыра. Район халҡы мәрхәмәтлеккә ҡушылып, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам итеү буйынса бик әүҙем эшләүен билдәләп үтке килә. Ауыл биләмәһе башлыҡтары етәкләгән был изге эште яҡташтарыбыҙ бар йөрәге менән ҡабул итеп, хәленән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла. Хәрби хәрәкәттәр зонаһына тиҫтәләгән тонна гуманитар йөк ебәрелде. Әлеге күргәҙмәлә райондың һәр ауыл биләмәһе үҙҙәре етештергән кейем-һалым, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары булған ҡорот, талҡан, дарыу үләндәре менән сәй, быҡтырылған ит, туҡмас һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итте. Һуңғы ваҡытта ауыл халҡы маскировка селтәрен әҙерләү менән шөғөлләнә. Селтәр үргән һәр кем был яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип ышана. Сара ҡунаҡтары маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте, блиндаж шәме эшләү технологияһын өйрәнде.
Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сараның тантаналы өлөшөн асып, изге теләктәрен һәм сәләмен еткерҙе.
- “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән бик матур эштәр башҡарылды. Ошо эштәр менән улар ауыл халҡының киң күңелле, ихлас һәм берҙәм булыуын иҫбатланы. Беҙ берҙәм булғанда ғына еңеү яулаясаҡбыҙ. Алдағы эштәрегеҙҙә уңыштар һәм конкурстың республика этабында еңеү теләйем, - тине Гөлнара Иҫәнбаева. - 2023 йыл Башҡортостанда Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Әлегә тиклем дә был йәһәттән яҡташтарыбыҙ һынатманы, даими ярҙам итеп торҙолар. “Атайсал” проекты сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарылды.
Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы “Айыҡ ауыл” конкурсының иң оло әүҙем ҡатнашыусыларын - Күлләр ауылында йәшәгән Тайба Әбсәләмова, Фәнзилә Муллаҡаева һәм Нәзир Рәхмәтуллиндарҙы район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов район халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеүҙәге һәм “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендәге эштәрен юғары баһаланы.
- Битараф булмаған халыҡтың мобилизацияланғандарға нисек ярҙам итеүен күреп ҡыуанабыҙ. Беренсенән, хәрби кеше булараҡ әйтәм, яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Икенсенән, айыҡ тормош менән йәшәү рәүешен пропагандалау бик мөһим. Минеңсә, бындай халыҡ менән беҙ теләһә ҡайһы дошманды һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңә аласаҡбыҙ, - тине Мансур Мөнир улы.
Халыҡтың изге эштәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Йомғаҡлау сараһы сиктәрендә Ефремкин ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова Күлләр һәм Ефремкин ауылдарында йәшәүселәргә, район ойошмаларына “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә саралар үткәреүҙә һәм яҡтыртыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сараны район мәҙәниәт һарайы һәм үҙешмәкәр сәнғәт артистары бай һәм матур концерт номерҙары менән биҙәне", - тиелә Фирүзә Рәхмәтуллинаның яҙмаһында.
"Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
https://vk.com/kurultaibashkir?z=photo-109622739_457322735%2Fwall-109622739_63230