

Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды.
Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны. Улар араһында милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине. Иң көслө тип табылған 5 конкурсант финалға сыҡты. Шулай итеп, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023" конкурсы еңеүсеһе булып Нефтекама башҡорт гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина танылды. Йылайыр районынан Зөлфирә Таһирова, Өфө ҡалаһындағы 2-се "Смарт" күп йүнәлешле гимназияһынан Юлиә Әбүбәкирова, Өфөнөң айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнгән 114-се белем биреү үҙәгенән Яҙгөл Сирбаева, Благовещендан Зифа Байморатова конкурстың лауреаттары булараҡ билдәләнде.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы быйыл биш йүнәлеш буйынса ойошторолдо, уларҙа 150 педагог һынау тотто. Шулай итеп, Өфөнән 45-се мәктәп уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов – “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”; Бүздәк районынан Зөлфиә Мансурова – “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”; Баҡалы коррекцион мәктәбенән Сажиҙә Залилова – “Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы”; Дыуан районынан Валерий Швалев – “Йылдың йәш уҡытыусыһы”. Ә инде “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһынан Артём Баянов яуланы.
Шулай уҡ быйыл икенсе тапҡыр республика мәктәптәре командалары араһында BRAIN-PUZZLE Соты тип аталған үҙенсәлекле конкурс уҙғарылды. Унда Нефтекама ҡалаһы уҡытыусылары еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынды Өфө уҡытыусылары командаһы яуланы, Бәләбәй педагогтары өсөнсө урынға сыҡты.
Юлай Кәримов һәм Рәмилә Мусина фотолары.