Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
25 Март 2023, 11:35

Сочи ҡалаһында - "Пар балдаҡтар"

"Мөһим эштәрен ҡалдырып тороп, кисәгә төрлө ғаиләләр килде: тәжрибәле өлкәндәр ҙә, яңы тормош ҡороп йәшәй башлағандар ҙа.

Сочи ҡалаһында - "Пар балдаҡтар"Сочи ҡалаһында - "Пар балдаҡтар"
Сочи ҡалаһында - "Пар балдаҡтар"

Сочи башҡорттары төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, уларҙа "Пар ҡанаттар" тип аталған кисә-сюрприз уҙған.

"Мөһим эштәрен ҡалдырып тороп, кисәгә төрлө ғаиләләр килде: тәжрибәле өлкәндәр ҙә, яңы тормош ҡороп йәшәй башлағандар ҙа. Улар үҙҙәренең танышыу тарихы, никахтары, туйҙары, балалары, ейәндәре тыуған ваҡыттар тураһында һөйләне, бәхет серҙәре менән уртаҡлашты. Ғаилә ҡиммәттәре, йолалар хаҡында бәйән ителәр. Асыҡланыуынса, күптәре ғаилә альбомы тота, шәжәрәһен өйрәнә.

Кисә-сюрприз бик йәнле, йылы мөхиттә үтте. Барлыҡ ғаиләләр "Пар ҡанаттар" дипломы менән бүләкләнде. Сочи ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Советы ҡарарына ярашлы, милләттәштәребеҙ Таһир Бабаевҡа - "Аҡһаҡал", Хәлимә Бабаеваға "Ағинәй" почетлы исемдәре бирелде.

Кисәне талантлы милләттәштәребеҙ йыр-бейеүҙәр, ҡумыҙ моңо менән биҙәне.

Йөрәк йылығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт! Һәммәгеҙҙең дә ғаиләләрегеҙ ныҡлы булһын, унда туған телебеҙ яңғырап торһон", - тиелә яҙмла.

Автор:
Читайте нас