

Ысынлап та, тап шулай. Ансамблдең тынғыһыҙ етәксеһе, дәртле бейеүсе, оҫта алып барыусы һәм бик күп сценарий авторы, “Бүләк” йыр һәм бейеү, “Йәшлек”, “Сулпылар”, “Ҡара юрға” ир-егеттәр вокаль коллективтары етәксеһе Әлфиҙә Ултыраҡова – ауылдың мәҙәни тормошона йәм һәм дәрт биреүселәрҙең береһе. Иҫ киткес шәп бейегән, бик дәртле бейеүҙәр ҡуйған ханымдың тормош иптәше, оҫта гармунсы һәм баянсы Ғәлийән Ултыраҡов та мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Балалары ла, ата-әсәһенең юлын яҡын күреп, сәнғәтте һайлаған. “Үҙем ошо ауылда тыуып үҫтем, ошо ауыл киленемен дә, шуға күрә халыҡ менән эшләү рәхәт, яртыһы – туғандарым, яртыһы – дуҫтарым”, – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, “Бүләк” ансамбле ағзаларының барыһы ла Билаловалар икән.
Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ әле. Бына улар – Фәрзәнә, Гүзәл, Рәзилә, Гөлшат, Зөлфирә, Гөлсинә Билаловалар. Ансамбль ағзаларының иң олоһона – 66, иң кесеһенә 51 йәш тула. Ә күңелдәренең йәш, йөрәктәренең дәртле, ҡулдарының оҫта булыуына ышанмаҫһығыҙ ҙа. Эйе, уларҙың һәр яҡтан маһир булыуын яҙып ҡына һүрәтләү мөмкин түгел, шәхсән үҙҙәрен күрергә, ижадтары менән яҡындан танышырға кәрәк.
Ижади коллективтың репертуарында халыҡ йырҙарынан алып ретро, эстрада, лирик йырҙарға тиклем өҫтөнлөк итә, шулай уҡ үҙҙәре сығарған таҡмаҡтар, ошо төбәккә хас йыр-бейеүҙәр ҙә урын алған. “Бүләк”тәр – ауылдың йәме генә түгел, район халҡының төрлө мәҙәни сараларҙа көтөп алған яратҡан ансамбле лә. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, һәр саҡ уларҙы тамашасы көслө алҡыштар менән оҙатып, күңелдәренә бүләк алғандай ҡыуанып ҡайта.
Кәримә Усманова.