+21 °С
Болотло


Илнур Юламанов Бөтә Рәсәй телевидениеһында Андрей Малаховтың "Песни от всей души" тапшырыуында сығыш яһаны. Ул "Председатель сельсовет" йырын башҡарҙы. Килгән ҡунаҡтар уға ҡушылып бейеп тә алдылар.
Үҙенең сығышында Юламанов Туңғатар ауылы һәм ғүмере буйына көтөүсе булып эшләгән, уға музыкаға һөйөүен тәрбиәләгән 82 йәшлек ҡартатаһы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ студияла Илнур ҡунаҡтар менән бергә уның һәм олатаһының яратҡан рус халыҡ йыры "Ой, калина"ны башҡарҙы.