Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Мәҙәниәт
27 Марта 2023, 07:40

Йоҙаҡ Флүрә Йомағужина

Ишек алды тулы — машиналар, Кеше көлә хәҙер атлынан.

Йоҙаҡ  Флүрә ЙомағужинаЙоҙаҡ  Флүрә Йомағужина
Йоҙаҡ Флүрә Йомағужина

Ҡапҡа төбө.Танышыма килдем.
Ҡапҡа шаҡып торҙом бик оҙаҡ.
Килде заман — ауыл өйҙәрендә
Хәҙер ҡырылмаһа ҡырҡ йоҙаҡ.

Үҙәктәрҙе өҙөп, һағындыра
Бала саҡтың кескәй йорттары:
Асыҡ ишек алды.Ел ҡапҡалар.
Етеле шәм янған уттары.

Күрше өйҙәрҙең бар балалары
Өйҙән-өйгә йөрөп уйнаныҡ.
Кемгә генә инеп уйнаһаҡ та,
Берәү һуҡранманы, тыйманы.

Асыҡ ишектәрҙәй асыҡ ине,
Ябай ине ул саҡ күңелдәр.
Байлыҡ та юҡ ине ул өйҙәрҙә —
Сикһеҙ һағындыра шул мәлдәр.

Юҡ инде ул өйҙәр. Урынында —
Оло йорттар. Йыһаз затлынан.
Ишек алды тулы — машиналар,
Кеше көлә хәҙер атлынан.

Күрше һирәк инә күршеһенә,
Мохтажлыҡ юҡ йомош һорарлыҡ.
Тимер ҡойма аша ихатаға
Аяҡ ослап ҡына ҡарарлыҡ.

Өйҙән-өйгә йөрөп уйнамайҙар,
Үҙ өйөндә яңғыҙ балалар,
Күмәк балалылар һирәк хәҙер,
Был донъялар ҡайҙа баралар!

Кәштә-кәштә кейем, ашау мулдан,
Тормош һис тә түгел аҙаплы,
Тик ниңәлер ҡапҡа ғына түгел,
Күңелдәр ҙә ете йоҙаҡлы...

Флүрә Йомағужина.

Фото: tdaver.ru

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас