+22 °С
Ямғыр


Ҡырмыҫҡалы районының «Йондоҙ» өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле Липецк ҡалаһында үткән «Инешкәй»ҙә ҡунаҡта» X төбәк-ара балалар хореографик коллективтары фестивалендә Гран-при яулаған!
Етәкселәре - Гөлназ Хәкимова.
«Беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ҙур оҫталыҡ менән күрһәткән сығыштары өсөн уларға конкурстың иң юғары наградаһы тапшырылды.
Ансамбль ағзаларын һәм уларҙың етәксеһен лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлап, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!" - тиелә «Кармаскалинская новь» төркөмөндә.