

Өфө ҡалаһында тыуып-үҫеп, балалыҡ-үҫмер йылдары Ғафури районы Үзбәк ауылында үтә. Мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһын, һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай. Армия сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, клуб мөдире, мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Байтаҡ йылдар ҡала мәктәптәрендә балалар уҡыта, мәҙәниәт йортонда эшләй. Буш ваҡытында Рәмил Ғимрани йыр яҙыу, шиғыр һәм хикәйәләр өҫтөндә эшләй. Ул хәҙер 230-ҙан ашыу йыр авторы. Уның йырҙарын Т.Үҙәнбаева, Ғ.Ильясов, А.Бәхтиева, З.Мәхмүтов, Р.Әсәҙуллина, Ф.Абдуллина, А.Абдуллин, Л.Ишемйәрова, Х.Шәрипов, А.Шаһиев, А.Дәүләтханова кеүек билдәле йырсылар башҡара. Ижад емештәре радио, телевидение аша яңғырап, матбуғат баҫмалары биттәрендә донъя күреп килә.
Ижады һағышлы, лирик һәм дәртле йырҙарҙан тора. Йырҙары ололарға ғына түгел, кесе йәштәгеләрҙең дә күңеленә хуш килә. Уның “Бесәйем” (А.Басирова шиғырына ижад ителгән), “Өй эйәһе” (Р.Шәмсетдинова һүҙҙәре), “Шаула, бала саҡ” (В.Ғүмәров), “Гимназиям” (К.Булат), “Усаҡ” (З.Хөсәйенова) йырҙарын балалар яратып башҡара. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Асия Басированың бер нисә шиғырына көйҙәр яҙа Рәмил Ғимрани.
Композиторҙың “Ҡайтырмын, әсәйем”, “Үҙем генә белгән юл менән”, “Рәнйемә”, “Яҙмышым бүләге”, “Яңғыҙ итмә”, “Һуңланың”, “Көҙгө ямғыр”, “Ғүмерем миҙгелдәре”, “Гәлсәр шишмә”, “Йәшлегем тирәктәре” кеүек йырҙары Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Татарстандың мәшһүр йырсыһы, профессор Венера Ғәниева, популяр йырсылар Салауат Фәтхетдинов, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Зәйнәп Фәрхетдинова, Илсаф, Азат Хөсәйендәрҙең Р.Ғимрани ижадына мөрәжәғәт итеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Рәмил Мөхәмәтхәй улының йырҙарынан торған 100-ҙән ашыу аудиокассеталар, компакт-дискылар һәм видеояҙмалар сыҡты. Композиторҙың “Ҡайтырмын, әсәйем” (1994), “Күңелем сәскәләре” (1996), “Эстәрлем” (1998), “Розаларым” (2000) исемле йыр китаптары, “Стәрлем минең”, “Төйәгемдә таң”, “Балҡыштар” (2004), “Гәлсәр шишмә” (2005), “Үрмәксе ауы” (2008), “Йырҙарым менән йәшәйем” (2015), “Һыуытмайыҡ атай нигеҙен”, “Хәрефтәр һөйләшә” (2019) шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Р.М.Ғимранов һәр ерҙә үҙен сағыу таланты, һәләте менән балҡыған шәхес, йырсы, музыкант, композитор, шағир һәм уҡытыусы итеп танытты.
Фото: Бәйләнештә.