Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
1 Апрель 2023, 11:54

Иң йәш сәсәндәр майҙан тотто

Кескәйҙәрҙең эпосты тасуири ятлап, кемеһелер ҡумыҙҙа уйнап, ҡурайҙа һыҙғырып, ҡобайырҙы көйләп сығыш яһауы һоҡландырҙы.

Иң йәш сәсәндәр майҙан тоттоИң йәш сәсәндәр майҙан тотто
Иң йәш сәсәндәр майҙан тотто

Бөрйәндә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса район бәйгеһе үткән.

"Туғыҙынсы йыл рәттән уҙғарылған сараға 34 йәш сәсән йыйылды. 3-4, 5, 6-7 йәш төркөмдәренә бүленгән балалар тәрбиәселәре, ата-әсәләре әҙерләгән үҙенсәлекле костюмдарҙа, милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Кескәйҙәрҙең эпосты тасуири ятлап, кемеһелер ҡумыҙҙа уйнап, ҡурайҙа һыҙғырып, ҡобайырҙы көйләп сығыш яһауы һоҡландырҙы.

Һәр йәш категорияһында еңеүселәр билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм район хакимиәте мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Сараны "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән дәртле концерт номерҙары биҙәне.

Халҡыбыҙҙың оло хазинаһы булған “Урал батыр” эпосын данлаусы, һаҡлаусы, һанлаусы бәләкәстәргә - афарин!” - тиелә "Таң" гәзите төркөмөндә.

Автор:
Читайте нас