

2 апрелдә «Торатау» конгресс-холының бәләкәй залында «Мисс Берҙәмлек-2023» республика этник матурлыҡ һәм талант конкурсының һайлап алыу этабы үтте. Быйыл ойоштороусылар Өфө, Пермь крайы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө һәм республиканың башҡа ҡалаларынан, райондарынан тиҫтәләгән ғариза алған.
Ҡыҙҙар жюри ағзаларын үҙҙәре һәм халҡы менән таныштырҙы, шулай уҡ ижади номер менән сығыш яһаны. Уларҙы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәҙәни ойошмаларҙың вәкилдәре баһаланы.
Конкурсты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса гала-финалда ете милләт вәкилдәре сығыш яһай:
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсты Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы үткәрә.
Проекттың гала-финалы 21 апрелдә «Торатау» конгресс-холында уҙа, ә һәр конкурсанттың телевизион көндәлектәрен быйыл яҙ Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-04-03/f-l-miss-ber-mlek-2023-etnik-maturly-m-talant-konkursy-finalsylaryny-isemd-re-bild-le-buldy-3202336