Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
3 Апрель 2023, 14:51

Республикаға ЛНР-ҙа йәшәүселәрҙең ғүмерен ҡотҡарған табиптар бригадаһы ҡайтты

Унда реаниматологтар, неонатологтар, хирургтар, травматологтар, терапевтар һәм ультратауыш диагностикаһы табиптары ике ай самаһы эшләне, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Республикаға ЛНР-ҙа йәшәүселәрҙең ғүмерен ҡотҡарған табиптар бригадаһы ҡайттыРеспубликаға ЛНР-ҙа йәшәүселәрҙең ғүмерен ҡотҡарған табиптар бригадаһы ҡайтты
Республикаға ЛНР-ҙа йәшәүселәрҙең ғүмерен ҡотҡарған табиптар бригадаһы ҡайтты

Өфөгә Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһына командировканан урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән табип-волонтерҙар ҡайтты. Унда реаниматологтар, неонатологтар, хирургтар, травматологтар, терапевтар һәм ультратауыш диагностикаһы табиптары ике ай самаһы эшләне, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Мәҫәлән, табип-реаниматолог Вадим Ғәлиәхмәтов терапия, хирургия, кардиология, неврология профилендәге ауырыуҙарға һәм мина-шартлау имгәнгән хәрбиҙәргә ярҙам иткән. Неонатолог Лина Мөхөтдинова перинаталь үҙәктә эшләгән. Ошо ваҡыт эсендә ҡалала 64 сабый донъяға килгән.

Врач-ультратауыш диагностикаһы Гөлсинә ҡарасурина 1,5 мең самаһы тикшереү үткәргән. Башҡортостандан травматологтар һәм хирургтар 57 операция яһаған. Шулай уҡ Башҡортостан табиптары 60 ирекмәнгә дауаланыу тәғәйенләгән.

Автор:
Читайте нас