Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
9 Апрель 2023, 10:05

Еңеү - иң сағыу, ижади, әүҙем ойоштороусыларҙа

Ауырғазы районында «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре-2023» һөнәри оҫталыҡ конкурсы үткән.

Еңеү - иң сағыу, ижади, әүҙем ойоштороусыларҙаЕңеү - иң сағыу, ижади, әүҙем ойоштороусыларҙа
Еңеү - иң сағыу, ижади, әүҙем ойоштороусыларҙа

Ауырғазы районында «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре-2023» һөнәри оҫталыҡ конкурсы үткән. Был хаҡта «Аургазинский вестник» төркөмөндә хәбәр ителә.

«Был маҡтаулы исем өсөн район ауылдарынан туғыҙ мәҙәни ойоштороусы ҡатнашты.

— Бәйгеселәр комиссияның етди һайлауын үтте. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл клубтарына йөрөп эштәрҙе ҡараны. Тәүге этапта иң яҡшы инновациялы сараны баһаланылар. Икенсеһендә - ижади коллективтарҙың район сәхнәһендәге сығыштарын. Һөҙөмтәлә һайлауҙы иң көслөләр - сағыуҙар, ижадилар, әүҙемдәр үтте, - ти район Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Ирина Дәүләтшина.

Конкурста дефиле, визитка, дөйөм бейеү, йыр, сәхнәләштереү, ижади номер күрһәтелде. Уларҙы ҡарау үҙе ҙур ҡәнәғәтлек бирҙе. Гран-приҙы Людмила Сухарева яуланы», - тиелә яҙмала.

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас