

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 2 сәғәт 30 минут.
КӘРӘК БУЛА: 5 стакан он, 1 аш ҡалағы әсетке, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 2 стакан йылы һыу, 1 йомортҡа, 30 г аҡ май, 100 г шәкәр пудраһы, ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Йылы һыуҙа (35—40 градус) әсеткене, шәкәрҙе, тоҙҙо ҡушып эретәләр. Һыуға иретелгән аҡ май өҫтәйҙәр. Он, еңелсә туғылған йомортҡа ҡушып, ҡамыр баҫалар. Йылы урынға ҡалҡырға ҡуялар.
Ҡамырҙы ярты устан бәләкәйерәк өлөштәргә бүлгәс, пленка менән ҡаплап, тағы ла 15 минут тирәһенә ҡалдыралар. Ҡамыр өлөштәре уртаһында ҡул менән тишек эшләгәс, көнбағыш майында ике яҡлап ҡыҙҙыралар. Әҙер пончиктарға шәкәр пудраһы һибәләр.