+22 °С
Ямғыр


Йәмәғәт бүләгенә лайыҡлы балалар тәрбиәләгән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ирҙәр дәғүә итә ала. “Өлгөлө атайҙар тураһында материалдар көтәбеҙ”, - ти Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов. Конкурс материалдары 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Бүләкләү тантанаһы Атайҙар көнөндә, 4 октябрҙә уҙғарыла. Ярыш еңеүселәренә “Атайылыҡ даны” йәмәғәт наградаһы тапшырыла. Былтыр уға 38 ир лайыҡ булды.
https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_58105