Мәҙәниәт
18 Апреля 2023, 06:36

Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

-Үҙең дә, ике ҡыҙҙарың да тере ҡаласаҡ. Алмашҡа бер генә нәмә: партизандарға мөрәжәғәт яҙ, — фашистарҙың береһе ҡулдарына килеп эләккән 36 йәшлек Клавдия Абрамованы ауыр һайлау алдына ҡуя. Ун бер һәм алты йәше тулған ғәзиз балаларымы әллә туған илеме? Әсә йөрәге ҡыҙҙарының ғүмерен һайлаһа, намыҫы илен һатмаҫҡа ҡуша... Нимә тауышын тыңларға ла, нимәне һайларға? Тауыштарҙың ҡайһыныһы хаҡлы?..

Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнөБөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө
Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

-Үҙең дә, ике ҡыҙың да тере ҡаласаҡ. Алмашҡа бер генә нәмә: партизандарға мөрәжәғәт яҙ, — фашистарҙың береһе ҡулдарына килеп эләккән 36 йәшлек Клавдия Абрамованы ауыр һайлау алдына ҡуя. Ун бер һәм алты йәше тулған ғәзиз балаларымы әллә туған илеме? Әсә йөрәге ҡыҙҙарының ғүмерен һайлаһа, намыҫы илен һатмаҫҡа ҡуша... Нимә тауышын тыңларға ла, нимәне һайларға? Тауыштарҙың ҡайһыныһы хаҡлы?..

Клавдия Абрамованың ғүмере тураһында ҡапыл да күп мәғлүмәт табып булмай. Шулай ҙа йылдар менән бирелгән ҡоро факттар артында маҡсатлы, эшлекле, ныҡышмалы ҡыҙҙы күрергә була.

Клавдия Ильинична Разуваева (ҡыҙ фамилияһы) Өфөнән алыҫ булмаған Архангел районында тыуып үҫә. 1920 йылдарҙа ҡыҙ Өфөгә килеп, яңы ғына асылған “8 март” фабрикаһына тегенсе булып эшкә урынлаша. Ҡалаға, фабрикаға ул бик тиҙ күнегеп китә. Йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша башлай. Артабан Клавдия, 1930 йылдарҙа, Мәскәүҙәге хоҡуҡ институтына уҡырға инә.

Бәләкәй генә ауылдан сығып, башта Өфөлә урынлашырға, фабрикалағы эш менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, артабан белем алыр өсөн Мәскәүгә уҡырға инергә лә ныҡлы характер, аҡыл һәм тырышлыҡ кәрәк.

Юғары уҡыу йортонда ул Белорет ҡалаһынан булған студент егет Павел Абрамов менән таныша һәм яҡын аралаша башалай. Күп тә үтмәй йәштәр өйләнешә. Уҡыуҙарын тамамлағас яңы барлыҡҡа килгән Абрамовтар ғаиләһен Ставрополгә эшкә ебәрәләр. Бында йәштәр ҡәҙимге йәшәп китә. Уларҙың ике ҡыҙы, Рита һәм Лира, донъяға килә.

1941 йылда илгә фашистар һөжүм иткәс, Павел Абрамов фронтҡа алына. Ул ваҡытта прокурор ярҙамсыһы һәм өлкә прокуратураһының партия ойошмаһы сәркәтибе вазифаһын биләгән Клавдия Ильинична Ставрополдә ҡала.

1942 йылдың авгусында Ставрополде фашистар баҫып ала. Клавдия ҡыҙҙары менән, күптәр кеүек үк, ҡаланан ҡасып сығып өлгөрмәй. Фашистар тәү сиратта коммунистар менән көрәш башлап ебәрә. Клавдия ҡурҡыныс янауға ҡарамаҫтан, баҫып алыусыларға ҡаршы йәшерен көрәш алып бара. Ул тағы бер ни тиклем кешеләр менән әсирлектән ҡасҡан совет һалдаттарын йәшерә, фашистарға ҡаршы листовкалар тарата, партизандарға ярҙам итә.

1942 йылдың сентябрь айында Клавдияны ҡулға алалар. Кемдер уны һатҡан булып сыға. Клавдия менән бергә бәләкәй генә ҡыҙҙарын да тоталар.

Һәм башлана туҡтауһыҙ һорау алыуҙар. Клавдиянан партизандарҙы, халыҡты фашистар яғына күсергә өгөтләгән хат яҙырға күндереү һорау алыусыларҙың төп маҡсаты була. Гитлеровсылар уйы буйынса Клавдия иленән баш тартып, Германия менән көрәшеү файҙаһыҙ икәнен танырға, бөтәһен дә фашистарға бойһонорға саҡырырға тейеш. Илен һатыуҙан баш тартҡандан һуң, язалар, ыҙалатыуҙар башлана. Фашистар ҡулына эләккән, совет иленә тоғро булған йәш ҡатын төрмә стеналары артында ниҙәр кисергәне, ниҙәр күргәне билдәһеҙ ҡала... Ауыр, ҡанлы, йәшле көндәр бер ай дауам итә.

Тән язалары менән дә Клавдияны еңә алмағас, фашистар йән язаһын ҡулланырға була. Һорау алыу бүлмәһенә Кавдияның ике ҡыҙын, Лираны һәм Ританы, индерәләр.-- Үҙең дә, ике ҡыҙың да тере ҡаласаҡ. Алмашҡа бер генә нәмә: партизандарға мөрәжәғәт яҙ, — фашистарҙың береһе шулай ти. — Юғиһә, өсөгөҙҙө лә атабыҙ.

- Клавдияның был мәлдә ниҙәр кисергәне, ниҙәр уйлағаны билдәһеҙ. Һайлау яһар өсөн уға күпме ваҡыт кәрәккәне лә документтарҙа теркәлмәгән. Әммә яуабы аныҡ яңғырай:— Мин — коммунист. Һуңғы сәғәтемә тиклем коммунист булып ҡалам, — ти Клавдия Абрамова.

Иртәгеһенә, 2 октябрь көнө, өсөһөн дә төрмә стенаһы янына теҙеп ҡуялар. Үлем минуттары еткән алты һәм ун бер йәшлек ҡыҙ бер ни аңламай ҡала. Ҡыҙсыҡтарҙы әсәләренең күҙе алдында аталар. Шунан инде үлер сират Клавдияға ла етә...

Кладвия Ильинична Абрамова үлгәндән һуң I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Уның исеме менән Өфө һәм Стоврополдәге урамдар аталаған. Ә баш ҡалабыҙҙа ул эшләп киткән “8 март” фабрикаһы алдында ике баланы ҡосаҡлаған ҡатын һүрәтләнгән һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдә “Бөйөк Ватан һуғышында балалары менән һәләк булған ҡурҡыу белмәгән партизан Клавдия Ильинична Абрамова-Разуваеваға” тигән һүҙҙәр уйылған.

 
З. МУСИНА
 
Автор:Загида Мусина
Читайте нас