Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
19 Апрель 2023, 06:54

Сахалинда башҡорт бейеүҙәре ансамбле яҙғы концертҡа әҙер

2013 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлап, коллектив төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарын башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра һәм башҡорт бейеү сәнғәтенең милли үҙенсәлеген һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

Сахалинда башҡорт бейеүҙәре ансамбле яҙғы концертҡа әҙерСахалинда башҡорт бейеүҙәре ансамбле яҙғы концертҡа әҙер
Сахалинда башҡорт бейеүҙәре ансамбле яҙғы концертҡа әҙер

Сахалиндың "Гөлдәр" башҡорт бейеү коллективы Көньяҡ Сахалин ҡалаһында май байрамдары алдынан үтәсәк концертҡа әҙерләнә.

2013 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлап, коллектив төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарын башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра һәм башҡорт бейеү сәнғәтенең милли үҙенсәлеген һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Ансамбль ижады башҡа мәҙәниәт вәкилдәренә башҡорт халҡының ҙур рухи мираҫына ҡағылыу, уның матурлығын тойоу, моңлолоҡ менән тулыланыу мөмкинлеген бирә.

Төркөм етәксеһе Гүзәл Солтанова һүҙҙәренсә, концертта төркөм үҙенең классик репертуарын ғына түгел, бер нисә яңы хореографик композиция ла тәҡдим итәсәк.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_67057

Автор:
Читайте нас