

Музейҙа беҙҙең эраға тиклем 5 мең йыллыҡтың аҙағында эшләнелгән биҙәүестәр һәм башҡа төрлө хазиналарҙы күрергә була.
Өфөнөң Археология һәм этнография музейында «Золото Трои и сокровища ГМИИ им. А.С. Пушкина» тип аталған күргәҙмә асыла. Музейҙа беҙҙең эраға тиклем 5 мең йыллыҡтың аҙағынан алып беҙҙең эраның VII быуатына тиклем арауыҡта эшләнелгән биҙәүестәр һәм башҡа төрлө хазиналарҙы, эш ҡоралдарын күререгә була. Күргәҙмә өсөн Мәскәүҙәге Пушкин музейынан Өфөгә 153 объект килтерелгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был коллекция тәүге тапҡыр Пушкин музейынан ситкә сығарыла.
Күргәҙмә 2023 йылдың 19 апреленән 23 июленә тиклем эшләйәсәк.
Адрес: К. Маркс урамы, 6, Өфө ҡалаһы.
Фото: https://culture.bashkortostan.ru