20 апрель Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында үҙенә күрә бер байрам үтте. Бөгөн унда башҡорт теленән диктант яҙырға теләүселәр йыйылды. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләрҙе милли кейем кейгән уҡытыусылар, уҡыусылар гармун уйнап, ҡурай тартып ҡаршы алды. Килеүселәрҙең иң дәртлеләре хатта бейергә лә төштө. Шулай, халыҡ күтәренке кәйефтә диктант яҙырға төрлө аудиторияларға таралашты.
Яҙыусылар, журналистар, йырсылар гимназия уҡыусылары менән берлектә башҡорт теленән диктант яҙҙы. Тексты филология фәндәре докторы Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова уҡыны. Туған телде башланғыс кимәлдә белеүселәрҙең тексы Уҡытыусы һәм остаз йылына арналһа, яҡшы белеүселәр «Атайсалым – иң ҙур хазинам» тигән темаға яҙҙы. Иң аҙаҡ Халыҡ-ара диктантта ҡатнашҡан һәр кемгә сертификаттар тапшырылды.
Ошондай саралар аша тарихыбыҙға, телебеҙгә ҡарашыбыҙҙы, мөнәсәбәтебеҙҙе лә күрһәтәбеҙ, тигән фекерҙә байрамға килеүселәр.