Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 13:54

Халыҡты берләштерер байрам

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнөндә БР Милли әҙәбиәт музейы үҙенең филиалы Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы биләмәһендә диктант яҙыуҙы ойошторҙо.

Халыҡты берләштерер байрамХалыҡты берләштерер байрам
Халыҡты берләштерер байрам

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнөндә БР Милли әҙәбиәт музейы үҙенең филиалы Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы биләмәһендә диктант яҙыуҙы ойошторҙо. Диктантты башҡорт теленә һөйөү һәм тоғролоҡ һаҡлаған, ошо акцияға ихлас теләктәшлек белдергән милләтебеҙҙең береһенән-береһе һоҡланғыс шәхестәре яҙҙы: Гөлфиә Юныова, Сәрүәр Сурина, Нияз Сәлимов, Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Айгиз Баймөхәмәтов, Зөһрә Бураҡаева, Гөлнара Хәлфетдинова, Луиза Кирәева һәм музей хеҙмәткәрҙәре. Диктанттың тексын Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова уҡыны.

Шул иғтибарға лайыҡ, быйыл диктанттың тексы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтан алынған ине, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында ла Рауил Бикбаевҡа арналған "Халҡыма хат" күргәҙмәһе эшләп тороуы бөгөнгө көн темаһын тулыландырҙы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас