Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Апрель 2023, 06:40

Боҙ ҡуҙғалдымы?

Халҡыбыҙҙың рухи сәләмәтлеге тураһында һөйләгәндә, милли эстрадаға, унда барған күренештәргә битараф ҡалыу мөмкин түгел.

Боҙ ҡуҙғалдымы?Боҙ ҡуҙғалдымы?
Боҙ ҡуҙғалдымы?

Халҡыбыҙҙың рухи сәләмәтлеге тураһында һөйләгәндә, милли эстрадаға, унда барған күренештәргә битараф ҡалыу мөмкин түгел.

Кеше булмышы шулай ҡоролған — йыр-моңһоҙ йәшәү мөмкин түгел: күңелде лә аса, һағышландыра ла, илһамландыра ла ул. Шул уҡ ваҡытта рухи ҡеүәт һәм йәшәү дәрте өҫтәй — тылсымлы музыканың был сифатын кем инҡар итә алыр?

Йәмғиәттә был өлкәгә һәр саҡ иғтибар ҙа, талап та ҙур: халыҡ күңелен алдап булмай, ул һәр саҡ "һөнәрсе"нең һәм "өйрәнсек«тең әҫәрҙәрен айырырға һәләтле, шуға күрә халыҡ һөйөүен яулаған йырҙар йылдар дауамында быуындан-быуынға тапшырыла килһә, бәғзе ижад емештәрен иртәгә үк оноталар. Әлбиттә, сәнғәттең был йүнәлеше үҫешенә һәр саҡ заман елдәре, илдәге ижтимағи-сәйәси ҡоролош, хатта халыҡтың ошо осорҙағы үҙаң кимәле лә йоғонто яһай. Тик был үҙгәрештәр һәр саҡ ыңғай сағылыш табамы? Глобализация осоронда заман трендтарына эйәреп, милли эстрадабыҙҙың йөҙөн юғалтмайбыҙмы? Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе популярлаштырған йырсыларыбыҙҙың эшмәкәрлеге тос һәм һөҙөмтәле булһын өсөн ниндәй аҙымдар талап ителә? Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ойошманың Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы башҡорт эстрадаһының бөгөнгө хәле буйынса «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе, унда милли мәҙәниәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән шәхестәр йыйылып, ошо һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеү ойошторҙо. Аныҡлап әйткәндә, йәмәғәтселекте милли башҡарыусыларҙың ижади эшмәкәрлегенән башлап, йырҙарҙың сифаты, тамашаларҙы ойоштороу үҙенсәлектәре, һәләтле йәштәргә этәргес биреү юлдары һәм башҡа мәсьәләләр борсой.

 

«Милли мәҙәниәтебеҙ һәр саҡ көнәркәшлек мөхитендә үҫешә»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе, шағирә, журналист, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, башҡорт эстрадаһы — ул башҡорт телен, мәҙәниәтен, йәштәрҙе үҫтереү ҡоралы, тип билдәләй.

— Бөгөн беҙҙең эстрада ни рәүешле үҫешә? Уны киң йәмәғәтселек өсөн үтемле тауар тип әйтә алабыҙмы? Интернет селтәре киң даирәләр яулаған, йәштәрҙең төп аралашыу, мәғлүмәт алыу сығанағы булған заманда беҙгә башҡорт эстрадаһын мөмкин тиклем йәмәғәтселек фекерен, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси ҡарашты еткереү ҡоралы итеп файҙаланыу мөһим. Был бер.

Икенсенән, көслө йырсыларыбыҙ тамаша залдарын тултыра алмай икән, бында, минеңсә, тамашасынан йәки дәүерҙән сәбәп эҙләргә кәрәкмәй. Ғөмүмән, беҙгә мәҙәни диалог ҡора белергә, бер-беребеҙҙе ишетергә өйрәнергә кәрәк. Бөгөн һин залдағыларға нимә еткерәһең — сәхнәгә сыҡҡан һәр кеше тамашасыға ниндәйҙер һүҙ, фекер әйтергә сығыуын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш.

Һынаулы осорҙа тамашасы төрлө мәҙәни сараларға йөрәгенә дауа эҙләп килә. Асыҡ һөйләшеү, күңелде күтәрерлек, рухи көс бирерлек булырға тейеш йырсының сығышы. Зауыҡ менән бергә заман талабы, репетуар тураһында уйланыу бик мөһим йырсыға!

Өсөнсөнән, йырсыларҙың сығышы, концерттарҙы башынан аҙағына тиклем ойоштороу эше ни рәүешле көйләнгән беҙҙә? Шәхсән Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллиндың продюсерлыҡ эше ҡыҙыҡлы тойола миңә. Билдәле йырсы Тимур Рамаҙанов профессионал булараҡ өлгөргән, ул эстраданың проекттарын етәкләй алырлыҡ булып үҫте, тип иҫәпләйем. Профессионалдар үҙҙәре башҡорт эстрадаһының киләсәген уйлап, хәстәрләп, етди проекттарға егелһә инее — бына ошо теләк.

Йәнә лә, уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағынан килә ул башҡорт эстрадаһы тураһында фекер алышыу кәрәк, тигән һүҙ. Әммә һәр саҡ кисектерелеп киленде. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, эстрада өлкәһендәге белгестәрҙе бер майҙанға туплап һөйләшеү алып бара икән — был ыңғай күренеш. Бигерәк тә етди фекер алышыуҙа мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновтың ҡатнашыуы һәм йәштәр эстрадаһын күтәреү буйынса аныҡ эштәр, пландар тураһында һүҙ әйтеүе — был үҙе үк килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләй башлау, тигән һүҙ. Йәмәғәт ойошмаһының төп эше — халыҡ араһында тупланған фекерҙе башҡарма органдарға еткереп, хәл итеү юлдарын бергә эҙләү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лариса Хашим ҡыҙы.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле режиссер Илшат Фәхертдинов төрлө йүнәлештә ижад итеүсе йырсыларҙы уртаҡ ҙур проекттарға берләштереү һөҙөмтә бирә, тип билдәләй.

Миҫал булараҡ, ул филармонияның «Йыр көсө» проектын телгә алды. Мәғлүм булыуынса, монументаль программала филармония солистары, билдәле сәнғәт әһелдәре Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәлит Фәтихов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Рәфис Сирусин, «Арғымаҡ» этно-төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша. Ойоштороусылар билдәләүенсә, илебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә, кешеләргә рух ныҡлығы һәм берҙәмлек кәрәк. Ә йыр һәр саҡ бөтәһен дә берләштерергә, бер тулҡынға көйләргә һәләтле. «Проект менән филармония артистары былтырҙан башлап республика буйынса гастролдәрҙә йөрөй, сифатлы, юғары кимәлдәге тамашаны мөмкин тиклем күберәк тамашасылар ҡараһын өсөн төбәктең Мәҙәниәт министрлығы ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтә», — ти Илшат Фәхертдинов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы ағзаһы, билдәле режиссер Булат Йосопов милли мәҙәниәтебеҙ һәр саҡ көнәркәшлек мөхитендә үҫешә, тип билдәләй.

— Шуға күрә башҡорт эстрадаһы үҫеше өсөн шарттар булдырыусы механизмдар кәрәк. Яңы эш башлап торған авторҙарға шоу-бизнеста уңышлы аҙымдар яһай башларға мөмкинлек биреү өсөн, бәлки, үҙ аллы финанс һәм реклама ресурстары булған продюсер үҙәген булдырыу зарурҙыр. Әммә инициативаның музыкаль индустрия вәкилдәренең үҙҙәренән булыуы ла мөһим, — ти Булат Тимербай улы.

Эстрада тармағы проблемалары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, бөгөн республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры вазифаһын биләүсе Данир Ғәйнуллинға ла яҡшы таныш. Ҡасандыр ул Башҡорт йәштәре союзы лидеры булған шәхес, унан Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаларын башҡарған.

— Башҡорт эстрадаһын үҫтереү һәм уны көнәркәшлек шарттарына яраҡлы итеү өсөн, минеңсә, күп тә кәрәкмәй. Тотороҡло, көслө продюсер үҙәге менән килешеү төҙөп, дәүләттән грант формаһында йә бүтән төрлө юлдар менән финанс ярҙамы алып, таланттарҙы табыу, эҙләү, үҫтереү, уларға яңы йырҙар, көйҙәр яҙыу буйынса эш алып барыу зарур. Уларҙы киләсәктә төбәктәге медиакиңлек, радио, телевидение аша республикаға танытыу ҙа мөһим.

Заманында республиканы «Йәшлек-шоу» фестивале, «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсы кеүек саралар яңғыратты, йәштәргә ижади этәргес биреү йәһәтенән улар барлыҡ талаптарға яуап бирә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ундай саралар һүлпәнәйҙе, үткәрелмәҫ булды. Эстрадала ла яңы исемдәр юҡ.

Хәҙер яңы исемдәр төрлө яңы проекттарға килә. Ижади шәхес хәҙер теге йәки был проектта күренеп ҡалам, урын алам тип тырыша, сәхнәгә сыға, яңы йырҙар яҙа. Был яҡшы әлбиттә, әммә эште системаға һалам тигәндә, үрҙә телгә алынған кеүек сараларҙы тергеҙергә кәрәк, минеңсә, — тип билдәләй Данир Ғәйнуллин.

«Тырышлыҡ һәм ныҡышмал хеҙмәт кенә һөҙөмтә бирә»

Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы, композитор, продюсер Рөстәм Ғиззәтуллинды иһә шоу-бизнес даирәһендә күптән аяғында ныҡлы баҫып торған белгес, профессионал итеп белә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән һөйләшеүҙә ул күп йәш йырсыларға ныҡышмаллыҡ, маҡсатлылыҡ һәм... аҡса етмәгәнлеген билдәләне.

— Тамашасылар дәррәү килерлек концерт программаһы ойоштороу өсөн шәп йыр һәм аранжировка ғына түгел, сифатлы ҡорамалдар, костюмдар, әүҙем реклама кампанияһы һәм башҡа бихисап ғәмәлдәр кәрәк. Тырышлыҡ һәм ныҡышмал хеҙмәт кенә һөҙөмтә бирә. Мин, мәҫәлән, Раил Өмөтбаев, Илгиз Абдрахманов, Алтынай Вәлитов, Йәмил Баймырҙин, Ғәзиз Әхмәтов, Сәғиҙулла Байегет, Азалия Вәлиева кеүек йырсыларҙы өлгө итеп килтерер инем. Уларҙың сығыштары һәр саҡ аншлаг менән үтә, — тип билдәләй билдәле продюсер.

«Тамашасылар һеҙҙең концертҡа ла бик теләп барыр ине, ниңә гастролдәргә сыҡмайһығыҙ?», тигән һорауға, Рөстәм Ғиззәтуллин продюсерлыҡ эше яйға һалынғанын, заказдары күп булыуын, йырҙар ижад итеүен һәм, дөйөм алғанда, әүҙем гастролдәрһеҙ ҙә ижади тормошо менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. "Түңәрәк өҫтәл«дә күптән түгел социаль селтәрҙә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға асыҡ хат менән мөрәжәғәт итеүсе шағирә Таңсулпан Рәсүл дә ҡатнашты. Дөйөм алғанда, ул был яҙмаһында башҡорт эстрадаһындағы хәлгә иғтибар йүнәлтеүҙе үтенә, «йәмғиәтебеҙҙең йөҙөнә тап төшөрөүсе, уңайһыҙ һәм оят хәлдәр тураһында яҙырға мәжбүрмен», — тип билдәләй. Был хатта түбәндәге юлдар ҙа бар: "...Һуңғы йылдарҙа ижадтарында һүгенеү, асыҡтан-асыҡ оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланып йырлаған бер-нисә "йырсы"ға күҙ йомғайныҡ, хәҙер иһә улар күберәк һәм йырҙарында ошо һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙан тыш, видеолар ҙа сығара башланылар. Мәҙәниәтебеҙ, иҡтисадыбыҙ, йәшәйешебеҙ үҫешкән алдынғы республика булараҡ, төрлө республика, ил, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы лайыҡлы үткәрәбеҙ, башҡорт телен үҫтереү, киңәйтеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарабыҙ, милләт өсөн янып-көйөп йәшәйбеҙ, ә икенсе яҡтан бер-нисә әхлағе зәғиф кешегә ошо изге эштәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы мыҫҡылларға ирек бирәбеҙ, түгелме?", — тип әсенә Таңсулпан.

"Түңәрәк өҫтәл"дә Таңсулпан Рәсүл тағы бер тапҡыр фекерен белдерҙе:

— Проблемаларға күҙ йомоп ҡарауҙан улар кәмемәй бит. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан цензура булдырылыуын теләр инем. Бында һүҙ оятһыҙлыҡ ҡулланыуҙы ғына тыйыу түгел, ә һүҙҙәренең мәғәнәһе һәм көйөнөң сифатына ла ҡағылышлы булыуы хаҡында бара. Был үҙ сиратында сифатлы, матур йырҙар тыуҙырыр ине. Шуға ла, йырсыларҙың үҙаллы, айырым эш итеүенә һылтанып, ҡайһы бер тыйыуҙар мөмкин түгел, тигән фекер менән килешмәйем, — тине ул.

Бәғзе ҡатнашыусылар иһә, киреһенсә, социаль селтәрҙә эстрадалағы теге йәки был күренештәргә асыҡтан- асыҡ ҡаршы сығыу, киреһенсә, уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы ғына арттыра һәм башҡарыусы өсөн үҙенә күрә пиар-кампания булып тора, тигән уйҙы ла еткерҙе: ни тиклем күберәк иғтибар (ыңғаймы-киреме — уныһы мөһим түгел) — шул тиклем башҡарыусы популяр. Интернет законы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаева иһә бөгөнгө эстрада — йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө, тип билдәләй.

— Эстрада торошоноң проблемалары йәшәйешебеҙ менән ауаздаш. Йәш замандашыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең уларға иғтибар йүнәлтеп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итеүе — ҡыйыу ҙа, кәрәкле лә аҙым. Ҡоролтайҙағы был һөйләшеүгә тап уның сығышы сәбәпсе булды. Һөйләшеүҙә иһә сәхнә этикаһы ғына түгел, зал йыйыу, репертуар туплау, продюсерҙар үҙәге булдырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тураһында төплө фекерҙәр яңғыраны. Башҡорт эстрадаһының тәүге продюсерҙарынан Данир Ғәйнуллин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, билдәле продюсер, йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин, «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева, «Юлдаш плюс» радиоһы продюсеры Илнур Рамаҙанов, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Илшат Фәхердиновтар тәжрибәләре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, фәһемле тәдимдәрен дә еткерҙе. Был һөйләшеүҙең аныҡ емештәре, әлбиттә, бөгөн генә булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта сәнғәт әһелдәре йәмәғәтселек менән берләшеп кенә эстрадабыҙҙы яңы баҫҡыстарға күтәрә, яңы йондоҙҙар ҡабыҙа , һәр ауылда һәм ҡалала тулы залдар йыя ала, — тип белдерҙе.

Йәш йырсы, «Юлдаш плюс» радиоһы продюсеры Илнур Рамаҙанов һуңғы йылдарҙа ижад итеүсе йәштәр өсөн бихисап проекттар үткәрелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Сулпылар», «Йәшлек-шоу», «Юлдаш плюс», «Юлдаш-хит», «Ашҡаҙар моңдары», «Ҡурай даны», «Башҡорт йыры» — быларҙың барыһы ла төрлө йәштәге һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларға ижади этәргес биреү өсөн ойошторола. Шулай ҙа милли эстрада һөҙөмтәлерәк эшләһен өсөн, ғәмәлдә, уларҙы бер урынға туплап торған ойошма кәрәк, тип уйлайым. Мәҫәлән, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында эстрада тармағына булышлыҡ итеүсе учреждение булһа, унда пиар-менеджерҙар, йырсыларҙың менеджерҙары, концерттар ойоштороусылар эшләһә, артистарҙы үҫтереү еңелерәк булыр ине. Әлбиттә, шәхси агентлыҡтар бар, әммә улар тәүге сиратта үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Шуға был тармаҡҡа дәүләт ярҙамы мөһим, тип иҫәпләйем. Йырсылар ҙа бындай үҙәккә мөрәжәғәт итер ине, сөнки үҙ алдына эшләгән һәм ҡайһы йүнәлештә хәрәкәт итергә белмәгән, әллә ни уңыштарға өлгәшә алмаған һәләтле йәштәр бихисап. Бөгөн был тема күтәрелгән икән, уның дауамы ла булыр һәм ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип ышанғы килә, — тине Илнур Рамаҙанов.

Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов иһә йәмәғәтселәр, атап әйткәндә Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы ойошмаһы менән был юҫыҡта бергә эшләргә әҙер икәнлеген билдәләп үтте.

— Әлеге ваҡытта республиканың концерт-тамаша ойошмалары, атап әйткәндә филармониялары ҙур үҙгәрештәр кисерә, был уларҙың эшмәкәрлек концепцияһына, ижади сәйәсәтенә, гастролдәр үҙенсәлектәренә лә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта һәләтле йәштәргә сығыш яһау йәһәтенән ярҙам итергә әҙербеҙ. Мәҫәлән, Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто бар — старт сығыштары яһау өсөн бына тигән майҙан. Йырсылар ҙа үҙҙәренең ижадын күрһәтеү, тәҡдим итеү юлдарын эҙләргә, әүҙем булырға тйеш. Хәҙер төрлө проекттар, гранттар ярҙамында бихисап маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға була, — тине Илнур Илдар улы.

Йомғаҡлау урынына

Һис шикһеҙ, эстрада, йыр сәнғәте, халыҡҡа иң яҡын сәнғәт төрө булараҡ, йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнай. Шуға ла башҡорт эстрадаһы хаҡында һөйләгәндә, бөтә милли йыр жанрын күҙ уңында тотабыҙ. Ғәмәлдә, эстраданы бәғзеләр еңел, күңел асыу жанры тип ҡабул итә, был күренештең тәрәнерәк асылын аңлап та етмәй. Ә бит был фекерләү рәүеше, милли аңдың бер сағылышы ла! Ул ғына түгел, милләт өсөн йыр — ул үҙ-үҙеңде һаҡлау алымы ла ул. Шуға ла халҡыбыҙҙың рухи сәләмәтлеге тураһында һөйләгәндә, милли эстрадаға, унда барған күренештәргә битараф ҡалыу, әлбиттә, мөмкин түгел.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сара ошоно тағы берҙе иҫбатланы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙең бихисап икәнлеген раҫланы. Әммә һәр саҡ нимәнәндер башларға кәрәк — боҙ ҡуҙғалды, тип ышанайыҡ.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Ғәзиз Йосопов фотолары.

Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ru/content/3831-bo-ualdymy-/?tag%5B19%5D=newspaper

Автор:
Читайте нас