Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
22 Апрель 2023, 05:30

Яҡташыбыҙ Эльмира Диваева "Голос" проектының киләһе этабына үтте

Йырсы проектта Ҡатнашыусы Пермдән Юлиә Ғарифуллина менән сығыш яһаны.

Яҡташыбыҙ Эльмира Диваева "Голос" проектының киләһе этабына үттеЯҡташыбыҙ Эльмира Диваева "Голос" проектының киләһе этабына үтте
Яҡташыбыҙ Эльмира Диваева "Голос" проектының киләһе этабына үтте

Стәрлетамаҡтан Эльмира Диваева Беренсе каналда «Голос» шоуының киләһе этабына үтте. Йырсы проектта Ҡатнашыусы Пермдән Юлиә Ғарифуллина менән сығыш яһаны.

Музыкаль шоуҙа "Поединок" этабынан башланды. Бер команданан ике конкурсант дуэтта йырлай, ә остаз иң яҡшы башҡарыусыны һайлай. Диваева һәм Ғарифуллина Элвис Преслиҙың Cant Help Falling in Love йырын башҡарҙы.

Жюри ике ҡатнашыусының да вокаль һәләттәрен юғары баһалай. Әммә Пресняков артабан шоуҙа Диваева ҡатнашасаҡ тип ҡарар итә.

Фото: 1tv.ru

 

Автор:
Читайте нас