Шоңҡар
+2 °С
Ясно
Мәҙәниәт
23 Апреля 2023, 10:50

Башҡортостан “Ҡыҙыл ҡәнәфер” патриотик акцияһына ҡушыла

Сара 22 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан “Ҡыҙыл ҡәнәфер” патриотик акцияһына ҡушылаБашҡортостан “Ҡыҙыл ҡәнәфер” патриотик акцияһына ҡушыла
Башҡортостан “Ҡыҙыл ҡәнәфер” патриотик акцияһына ҡушыла

Сара 22 июнгә тиклем дауам итәсәк. Акция барышында халыҡҡа “Ҡыҙыл ҡәнәфер” билдәһен һатып алырға тәҡдим ителә. Ойоштороусылар белдереүенсә, йыйылған аҡса Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына адреслы ярҙам өсөн тотонола. Инвалид арбаһы, дарыуҙар һатып алына, мохтаждар өсөн ҡиммәтле операциялар яһала йәки дауаханалар өсөн медицина ҡорамалдары ҡайтарыла. Беҙҙең республикала 400-гә яҡын кеше хәйриә ярҙамы алды. Бының өсөн 48,6 миллион һум тотонолған.

https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_58367

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас