+21 °С
Болотло


Башҡорт драма театры артистары Мәскәүҙә үҙ спектаклдәрен күрһәтәсәк. Спектакелдәр 15 һәм 16 майҙа "Модерн" театры сәхнәһендә күрһәтелә.
Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарға М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған ике популяр спектакль тәҡдим ителәсәк. Тәүге көндә Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» повесы буйынса музыкаль мелодрама күрһәтелә. Төп ролдә - Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров.