Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
28 Апрель 2023, 13:40

Нефтекама филармонияһы ХХV миҙгелен тантаналы концерт менән яба

Концерт программаһында филармонияның ижади коллективтары, данлыҡлы "Түңгәүер" бейеү ансамбле һәм "Гәрәй" этно-төркөмө ҡатнаша.

Нефтекама филармонияһы ХХV миҙгелен тантаналы концерт менән ябаНефтекама филармонияһы ХХV миҙгелен тантаналы концерт менән яба
Нефтекама филармонияһы ХХV миҙгелен тантаналы концерт менән яба

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иҫтәлегенә арналған “Батырҙар ере” хәрби-патриотик программаһында филармония артистары үҙҙәренең тамашасыларына иң яҡшы һәм сағыу концерт номерҙарын бүләк итәсәк!

Программала дуҫлыҡ, халҡыңа һөйөү һәм тоғролоҡ тураһында популяр йырҙар, совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы тураһында хәрби-патриотик композициялар яңғырай. Концерт программаһында филармонияның ижади коллективтары, данлыҡлы "Түңгәүер" бейеү ансамбле һәм "Гәрәй" этно-төркөмө ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас