

Башҡортостанда май айы бик ҡоро килергә мөмкин. Быйыл яҙғы ташҡын кимәле күҙәтеү алып бара башланғандан иң түбән булыуы теркәлгән. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы 302 сантиметрға күтәрелгән. Былтыр иһә максималь күрһәткес – 460 сантиметр, 2021 йылда 637 сантиметр тәшкил иткән.
Әлеге ваҡытта Өфө янында Ағиҙелдең кимәле ни бары 72 сантиметр. Был күренеш апрель аҙағына түгел, ә йәй башына, хатта уның уртаһына хас. Былтыр был ваҡытта Ағиҙелдең кимәле 246 сантиметр булған. Ошоға бәйле, синоптиктар, май айы үтә эҫе һәм ҡоро буласаҡ, тип фаразлай.
«Ҙур биләмәлә — Көньяҡ-Көнбайыш федераль округында, Уралда, Волга буйында, Көнбайыш Себерҙең төньяғында аномаль эҫелек көтөлә», - тип белдергән ТАСС агентлығына Рәсәй Гидрометүҙәге ғилми етәксеһе Роман Вильфанд.
https://vk.com/bstnews