+24 °С
Ямғыр


Әлшәй районының Раевка ауылы гимназияһында «Матур яулыҡ - ҡатын-ҡыҙҙың күңел биҙәге» тип аталған күркәм байрам уҙғарылған.
«Сарала ветеран-уҡытыусы, башҡорт ағинәйҙәре ойошмаһы ағзаһы Әлфиә Миңнулла ҡыҙы Солтанова ла ҡатнашып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәре, башҡорт яулығы, француз яулығы тарихтары, уларҙың ҡатын-ҡыҙ тормошондағы урыны тураһында һөйләне. Әңгәмә барышында уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе. Әлфиә Солтанова уҡыусыларҙы татлы күстәнәсе - башҡорт бауырһағы менән дә һыйланы», - тиелә Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә.