+21 °С
Болотло


Бөгөн, 1 майҙа, республиканың баш ҡалаһында «Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы янында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәскәләр һалды һәм хеҙмәтсәндәрҙе дәүләт наградалары менән билдәләне.
Ул заводтарҙа һәм аграр предприятиеларҙа эшләүсе барлыҡ республика халҡына рәхмәт белдерҙе.
«Әгәр күпмелер ваҡыттан һуң махсус хәрби операцияла еңеүҙе тәьмин итеү өсөн кем һәм нимә эшләгәненә йомғаҡ яһалһа, Өфө тәүге рәттә булыр тип уйлайым. Сөнки бөтә республикабыҙ иҡтисады тиерлек еңеүгә эшләй. Был бик мөһим», - тине республика етәксеһе.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/164763.html