+21 °С
Облачно


“Уралым башҡорттары” төркөмөндә шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлаштылар. “29 апрелдә Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге коллективтары "Уралым" төбәк төрки халыҡтарының традицион ижады фестивалендә ҡатнашты.
"Етегән" башҡорт бейеү ансамбле, "Ынйылар" вокаль ансамбле, "Башҡортҡорд" балалар рок төркөмө үҙ ижадының юғары кимәлен күрһәтте һәм «өйөнә» төрлө дәрәжәләге лауреат дипломдарын алып ҡайтты.
Ижади коллективтар араһында ижади бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм нығытыу, яңы таланттар асыу, үҙ оҫталығың һәм ижади идеяларың менән уртаҡлашырға мөмкинлек биреү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.