

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин музейы уның тыуған ауылы Өршәкбаш-Ҡарамалыла 1965 йылда асыла. Унан бер ҡасан да кешеләр өҙөлмәй.
Музейҙа күргәҙмә, этнография һәм Герой залдары бар. Этнография залына боронғо предметтар ҡуйылған, улар Өршәкбаш-Ҡарамалы халҡының XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы тормошо һәм көнкүрешен сағылдыра. Герой залында Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тормошона, үлемһеҙ батырлығына бәйле экспонаттар урынлаштырылған.
Музейға килгәндәр экскурсия барышында Герой тормошонан ҡыҙыҡлы дәлилдәр, уның шәжәрәһе менән танышасаҡ, шәхси әйберҙәрен - тыуыу тураһындағы таныҡлығын, фото өсөн рамды, гармунды, награда биттәрен күрәсәк. Залда «Һуңғы алыш» диорамаһы, һуғыш йылдары документтары, һуғышта ҡатнашҡандарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған. Афғанстандағы, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә булғандарға арналған мөйөш бар.
Музей янында М.Х. Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡуйылған.
Яңыраҡ бында Миәкәнең Родниковка, Әнәс ауылдары уҡыусылары булған. Ошондай экскурсиялар даими уҙғарыла.
https://vk.com/kurultaibashkir