

Ярата ла инде халҡыбыҙ Әлфиә Юлсуринаны! Концертҡа әҙерләнеүе хаҡында видеояҙма ҡуйыуы булды, комментарийҙар яуҙыралар ғына! Бәй, шулай булмайса! Әлфиә апай - ысын халыҡ йырсыһы. Ул бер ваҡытта ла халыҡты алдап, микрофонға ауыҙын асып-ябып ҡына тормай! Һәр ваҡыт тере тауышҡа йырлай. Бер ханым йырсыға:"Элек - электән иҫем китеп тыңлайым Әлфиә һылыуҙың йырлауын... Бик оҡшатам. Йылдар уҙа килә уның яҙыуҙарын уҡып, башҡортом тип янып - көйөп йөрөүҙәрен белгәс, ни тиклем төрлө яҡлап үҫешкән Кеше икәнен дә белдем. Башҡортостаныбыҙҙың ҡыйыу, халыҡсан, сәхнәләрҙе матур итеп биҙәп торған, беҙҙең күңелгә хис тултырған милләттәштәребеҙ өсөн ғорурланып ултырҙым әле бөгөн дә ошо репетиция видеоһын ҡарап", - тип рәхмәтен белдергән. Ә икенсе ағай хатта: Тәпешкәһенең төҫө алҡаһы менән бер бит әле ул, үтә лә килешле ҡалай...Тауышы тураһында әйтеп тә тормайым, гармуны туҡтаһа туҡтаһын, тик моң ағылыуы туҡтамаһын ине, - тигән. Йырла, Әлфиә апай! Хоҙай үҙеңә һаулыҡ, күңел тыныслығы бирһен!
Фото: скриншот.