Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Май 2023, 05:28

Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумы бара

Шулай уҡ, "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк. 

Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумы бараӨфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумы бара
Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумы бара

Проекттың маҡсаты – сығышы менән Башҡортостандан булған яҡташтарыбыҙҙы берләштереү, райондарҙы үҫтереү һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу.

Атайсал” программаһы барышында 1 миллиард 200 миллион һумға 16 мең ярым проект тормошҡа ашырылған.

“Атайсал” проекты ярҙамында республикабыҙҙа йөҙҙәрсә балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, ике йөҙҙән ашыу шишмә тәртипкә килтерелгән, мәсет, ҡорам төҙөлгән, өс меңдән ашыу китап ҡала һәм ауыл китапханаларына тапшырылған, меңдәрсә сара үткәрелгән. 

 

“Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” тигән форумда “Атайсал” проектына ла йомғаҡ яһала. Уны яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтеү тип аңларға кәрәк, уйлап ҡараһаң, улар кесе тыуған яғының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй.

Программа бай төҙөлгән, төрлө секциялар эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Аҙаҡтан пленар ултырыш буласаҡ, проектта ҡатнашыусыларҙы бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас