

Һөҙөмтәләр билдәле!
"Торатау" конгресс-холында «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәле булды. Бына улар:
«Эре тораҡ пункттар»
I урын – Мәскәү ауылы, Дүртөйлө районы;
II урын – Иҫке Күрҙем, Тәтешле районы:
III урын – Юлдыбай ауылы, Йылайыр районы.
«Ҙур тораҡ пункттар»
I урын – Бикбулат ауылы, Күгәрсен районы;
II урын – Әбүбәкер ауылы, Хәйбулла районы ;
III урын – Смаҡ ауылы, Мәләүез районы.
«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»
I урын – Бекетовтың ауылы, Йәрмәкәй районы;
II урын – Олойылға ауылы, Белорет районы ;
III урын – Исламбай ауылы, Бөрйән районы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар»
I урын – Кинйәабыҙ ауылы, Көйөргәҙе районы;
II урын – Оло Үтәш ауылы, Ғафури районы.
III урын – Күлләр ауыл, Ҡырмыҫҡалы районы.
Республика конкурсының бүләк фонды - 40 миллион һум. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләк «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә тапшырылды. Номинацияла еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса алды, бүләктең суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.