Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Май 2023, 13:10

Уға ни бары 42 йәш булған

 Йырсы булып эшләгән, башҡорт, татар һәм рус телдәрендә саралар алып барған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорт телен өйрәнәм» проектында ҡатнашҡан.

Уға ни бары 42 йәш булғанУға ни бары 42 йәш булған
Уға ни бары 42 йәш булған

Уға ни бары 42 йәш булған. Февраль айында шоумен шәкәр сире менән ауырып, комаға киткән, 22-се дауаханала дауаланған. Был хаҡта "Башҡортостаным/яңылыҡтар" хәбәр итә.

Уның дуҫы, билдәле артист, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин һөйләүенсә, Боджей Давидты дуҫтарының ярҙамы менән 21-се дауаханаға күсереү планлаштырылған, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр. Давидтың яҡындарына күңелһеҙ хәбәрҙе еткергәндәр, шоумен Өфөнә ерләнәсәк.

Боджей Давид Нигериянан, тиҫтә йылдар элек Өфөгә күсеп килгән, медицина университетын тамамлаған. Йырсы булып эшләгән, башҡорт, татар һәм рус телдәрендә саралар алып барған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорт телен өйрәнәм» проектында ҡатнашҡан.

Фото: Башҡортостаным/яңылыҡтар

 

Автор:
Читайте нас