

Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгөл Рафаиль ҡыҙы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге Республика Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында уңайлыҡтар тыуҙырыу, уның фондын байытыу өсөн көсөн дә, дәртен дә ҡыҙғанмған шәхес. Уның тырышлығы менән бында төрлө баҫмалар, пособиелар донъя күрә. Тифлонәшриәт бүлегендә Брайль яҙмаһы менән башҡорт телендә китаптар сығарыла икән. Был яҙманы Мәкәрим Хөсәйен улы уйлап сығарған булған. Айгөл Рафаил ҡыҙы һөйләүенсә, башҡорт телле күҙгә зәғиф уҡыусылар күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондарҙа ошондай китапхана барлығын бик белеп бөтмәйҙәр, олоғайғас күреү һәләтен юғалтыусылар өсөн бигерәк тә кәрәк ошондай мәғлүмәт. Китапхананың ВК-ла үҙ берләшмәһе лә бар.
Фото: Бәйләнештә.