Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
9 Май 2023, 15:51

Еңеү көнө менән!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова оло байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Еңеү көнө менән!Еңеү көнө менән!
Еңеү көнө менән!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова оло байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Унда түбәндәге юлдар бар:

- 9 Май беҙҙең күңелдәрҙә мәңгелеккә иңгә-иң терәшеп яу яландарында фашизм менән көрәшкән һәм Еңеү өсөн тылда фиҙакәр хеҙмәт иткән халыҡтарыбыҙҙың берләшеү һәм тиңһеҙ батырлыҡ символы булып ҡаласаҡ. Дүрт йыл дауамында халҡыбыҙ Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап, фашизмды тар-мар итеүгә хәл иткес өлөш индергән.

Яу батырҙарының һәм тыл хеҙмәтсәндәренең һүнмәҫ даны – уртаҡ  тарихыбыҙҙың сағылышы, илдең көсөн һәм ҡеүәтен артабан нығытыу өсөн юғары рухи-әхлаҡи йүнәлеш тә.
Рәсәйҙә нацизмға ҡаршы көрәштә тиңһеҙ батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәндәрҙе һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә алалар. Халҡыбыҙҙың һуғыш йылдарында күрһәткән берҙәмлеге һәм рух бөйөклөгө хәҙерге һәм киләсәк быуындар өсөн һәр саҡ лайыҡлы өлгө булып хеҙмәт итер, тип ышанам.

Барыбыҙға ла атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығына лайыҡлы булыу, геройҙарыбыҙ хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлау зарур. Бигерәк тә бөгөн, неонацизм тағы ла Ватаныбыҙға ғына түгел, ә бөтә донъяға янағанда. Беҙҙең, махсус хәрби операцияның төп маҡсаты - неонацизмды еңеү, тамырынан ҡоротоу. Әсенерлек, әммә ҡасандыр совет һалдаттары тарафынан азат ителгән Европа илдәренең тарихты онотоуы һәм неонацистарға ярҙам итеүе таң ҡалдыра. Беҙҙең яугирҙарыбыҙ бөгөн дә Бөйөк Еңеү хаҡындағы изге иҫтәлеккә бер ниндәй ҙә көс тап төшөрмәһен өсөн тырыша һәм көн һайын уларҙың ҡаһарманлығы ҡасандыр совет халҡының фашизмға ҡаршы көрәштә түләгән хаҡын иҫкә төшөрә.

Бөйөк Еңеү көнө - бөйөк байрам менән! Ветерандарыбыҙға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем! Беҙҙең менән булмағандарға - мәңгелек дан!

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас